Иҡтисад
30 Октябрь 2020, 09:33

Яңы союз барлыҡҡа киләсәк

Республикала баҡсасылыҡты үҫтерәләр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар төбәктә баҡсасылыҡты үҫтереү хаҡында һөйләште.


Хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрах­манов белдереүенсә, республикала Баҡсасылар һәм еләк-емешселәр союзын ойоштороу эше башланған. Ул ошо тармаҡтағы емеш-йәшелсә про­дукцияһы етештереүселәрҙе берләш­терәсәк. “Беҙ төп иғтибарҙы эске баҙарҙа үҙебеҙҙең брендтарҙы булдырыуға йүнәлтәбеҙ”, – тине Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо йүнәлештең төп маҡ­саттарын билдәләне.

– Башҡортостан Волга буйы федераль округындағы иң ҙур төбәктәрҙең береһе булһа ла, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йәһәтенән алтынсы ғына урынды биләйбеҙ, – тине ул. – Был мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итергә кәрәк.
Маҡсатыбыҙ – баҡсасыларға ярҙам итеү, улар өсөн эске баҙарҙы асыу һәм продукцияны һатыу өсөн шарттар булдырыу, шул иҫәптән социаль ойошмаларҙа ла. Бынан тыш, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡылырға тейешбеҙ.
Шишмә емеш-еләк питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин ҙур тармаҡ проекттарының береһе менән таныштырҙы. Быйыл унда интенсив технологиялар нигеҙендә 22 гектарҙа алма баҡсаһы барлыҡҡа килгән. Киләһе йылда тағы 60 гектарҙа алмағас үҫентеләре ултыртмаҡсылар. Ғәҙәти технологиялар менән сағыштырғанда, был культураларҙың уңдырышлылығын бер нисә тапҡырға арттырасаҡ. Киләсәктә эшкәртеү, ҡаптарға төрөү, ярымфабрикаттар, әҙер продукция линиялары һатып алмаҡсылар.
Башҡортостан Башлығы баҡса­сылар­ға балалар өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләгән һәм тәҡдим иткән “Һөт кухняһы” проектының берәмләп һатыу селтәре менән хеҙмәттәшлек булды­рырға кәңәш итте.
– Республикала “Һөт кухняһы” бренды аҫтында сифатлы тәбиғи аҙыҡ-түлек етештереү башланды, уларҙы таратыу пункттары асылды. Яңы селтәр аша балалар аҙыҡ-түлегенең киң ассортиментын тәҡдим итергә әҙербеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Кушнаренко районынан “Столыпин” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Радмир Вәлиев баҡсасылыҡ һәм емеш-еләкселек үҫеше буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар баҡсалар өсөн сәсеү материалдары әҙерләй. Быйыл өс мең үҫенте үҫтергәндәр һәм 115 гектар ергә еләк, ҡарағат, ҡурай еләге, һырғанаҡ ултыртҡандар. Планда – үҙҙәренең эшкәртеү цехын асыу һәм органик продукция, шул иҫәптән балалар аҙыҡ-түлеге етештереүгә Европа сертификаты алыу.

Республика етәксеһе “Инвестсә­ғәт”тәрҙең береһендә предприятие үҫеше программаһын тикшерергә тәҡдим итте. Бынан тыш, Радий Хәбиров Хөкүмәткә аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереү­селәргә ярҙам итеү сараларын барларға ҡушты.

– Еңел сәнәғәт предприятиеларына булышлыҡ ҡылыу өсөн һәйбәт проект уйланыҡ. Бына шундай программа аҙыҡ-түлек эшкәртеү сәнәғәтенә лә кәрәк, – тине ул.
“Архангел ҡайнатмалары” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Азамат Ғәлин ауыл хужалығы про­дукцияһын диверсификациялау пландары хаҡын­да һөйләне. Быйыл улар 14 мең тонна алма эшкәрткән. Емеште республиканан ситтән дә һатып алғандар. Урындағы етештереү күләме артһа, тотошлай республика сеймалына күсергә ниәтләйҙәр. Әммә шул уҡ ваҡытта хужалыҡ етәкселеген емеш үҫтереү өсөн ер участкалары алыу йәһәтенән проблемалар борсой. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа Архангел районына барып, хәлде муниципалитет менән берлектә асыҡ­ларға ҡушты.

Читайте нас