“Мәләүез минераль ашламалары” акционерҙар йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашырға ниәтләй. Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялары үҙәге белгестәре предприятиела мөмкинлектәрҙе баһаланы.
“Компания производительность.рф сайтында ғариза биргән. Предприятие төп талаптарҙың барыһына ла яуап бирә. Хөкүмәт менән килешеү төҙөгәндән һуң, “Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәте милли проектта ҡатнашасаҡ”, – тине Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов.
Мәғлүм булыуынса, республикала 85 предприятие милли проектта ҡатнаша. Улар иҫәбендә сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары бар.
Милли проект 2018 йылда ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланды һәм 2024 йылға Рәсәйҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә. Унда йылына 0,4-30 миллиард һумлыҡ табыш алған предприятиелар ҡатнаша ала.
Фото: ppt.bashkortostan.ru