Иҡтисад
2 Ноябрь 2020, 16:00

Программа һөҙөмтәлелеген дәлилләй

Уға ярашлы, Нефтекама ҡалаһында йылына 11 миллион һум аҡса экономияланған.

Бөгөн Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә “Рәсәй муниципалитеттарында энергия менеджменты” халыҡ-ара пилот проектының беренсе йомғаҡтары яһалды. Ул “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе һәм Немец энергетик агентлығы (Dena) менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов белдереүенсә, былтыр пилот проекты илебеҙҙең ике муниципалитетында – беҙҙең Нефтекамала һәм Мәскәү өлкәһенең Луховицы ҡалаһында тормошҡа ашырыла башлаған. Быйыл уға Башҡортостандың тағы 14 ҡала һәм районы ҡушылған.
Программа Европа технологиялары нигеҙендә тораҡ пункттарҙа нормаль йәшәйешкә зыян килтермәй энергия ресурстарын экономиялау мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, Нефтекамала тышҡы яҡтылыҡ диодлы ете мең яҡтыртҡысты алмаштырыу һөҙөмтәһендә ҙур сығымдарҙың өстән бер өлөшө ҡыҫҡартылған.
– Миңә хәбәр итеүҙәре буйынса, энергия һаҡлау саралары арҡаһында Нефтекаманың йыллыҡ экономияһы 11 миллион һум тәшкил иткән, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер башҡа райондарҙа ниндәй экономияға өлгәшкәндәрен һанап сығарыу мөһим. Һәм был программаның ни тиклем һөҙөмтәле булыуын баһаларға кәрәк. Ыңғай тәжрибәне артабан бөтә республикаға таратыу өсөн кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас