Иҡтисад
2 Ноябрь 2020, 14:00

Төмәндәр тәжрибә өйрәнә

Герман Прочный республикала процестар фабрикаһының эше менән танышты, шулай уҡ бер нисә предприятиела булды.

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыусыларға ҡорамалдар лизингы килешеүе буйынса 25 миллион һумды субсидиялауҙары ихтимал. Бындай дәүләт ярҙамы Төмән өлкәһендә күрһәтелә башлаған да инде.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында үткән эш кәңәшмәһендә ошо мәсьәлә буйынса фекер алыштылар. Унда Төмәндең Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Герман Прочный ҡатнашты.
Уның әйтеүенсә, Төмән өлкәһендә һәр лизинг килешеүе буйынса 25 миллион һумға тиклем субсидия бирелә. Герман Прочный республикала процестар фабрикаһының эше менән танышты, шулай уҡ Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге ҡарамағында эшләгән бер нисә предприятиела булды.
“Башҡортостан предприятиеларында һаҡсыл етештереү принциптарын ғәмәлгә идереү, персоналды һөҙөмтәле уҡытыу Төмәндән килгән коллегабыҙ өсөн яҡшы миҫал булды. Октябрьский ҡалаһындағы предприятиены ул модель сифатында һайлап алды. Унда Төмән предприятиелары хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән алдынғы тәжрибәне үҙләштерәсәк” – тине Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Читайте нас