Башҡортостан менән “Газпром” 2021 - 2025 йылдарға төбәкте газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү буйынса үҫеш программаһына ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән газ компанияһы идаралығы рәйесе Алексей Миллерҙың имзалары менән нығытылды.
Уға ярашлы, 975 километр ауыл-ара һәм 997,8 километр ауыл эсе газ үткәргестәре төҙөләсәк, 12 газ таратыу станцияһы яңыртыла һәм реконструкциялана. Газ 172 ауылға киләсәк, был 26 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.
“Газпром”дың был маҡсатҡа һалынған инвестициялар күләме 13,5 миллиард һум тәшкил итә. Был уҙған биш йыл менән сағыштырғанда 5,9 тапҡырға күберәк. Яңы биш йыллыҡ программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә “Газпром” техник яҡтан мөмкин булған урындарҙа Башҡортостанға газ үткәреп бөтәсәк.
– Газ үткәреү темаһы беҙҙең өсөн бик мөһим. Мин бөтә республика буйлап йөрөп сыҡтым, йөҙәрләгән ауыл кешеләре менән осраштым. Бөтә ерҙә лә кешеләр йорттарына газ килгәнен көтә. Һәм был программа Башҡортостанда газ үткәреү кимәлен күтәреү өсөн сираттағы ынтылыш, – тине Радий Хәбиров. – Республикала “Газпром”дың 19 предприятиеһы бар. Уларҙың бөтәһе лә яҡшы эшләй. Беҙҙең берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу пландарыбыҙ ҙур.
– Башҡортостанда газ үтеү кимәле илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда юғарыраҡ һәм 92,9 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был күрһәткес ҡалаларҙа - 100, ауылдарҙа 85 процент. Был - Рәсәйҙәге иң юғары күрһәткес, – тине Алексей Миллер. – Быйыл беҙ республикаға газ үткәреү өсөн 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәбеҙ. Был - һуңғы биш йыл эсендә иң ҙур финанслау кимәле. Шулай уҡ төбәктә “Газпром – балаларға” проектын тормошҡа ашырыуҙы ла дауам итәбеҙ. Яҡын йылдарҙа Өфөлә яңы бассейны, боҙ майҙансығы һәм универсаль залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы барлыҡҡа киләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ноябренән республикала йорттарҙы газ селтәренә тоташтырыу буйынса махсус ташламалы программа ғәмәлгә инде. Был маҡсатта 100 мең һумлыҡ сертификатты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары ала. Бынан тыш, аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр ҙә 100 мең һумлыҡ сертификатҡа хоҡуҡлы. Ошо уҡ категория кешеләренең аҙ тәьмин ителмәгәндәре иһә 60 мең һумлыҡ сертификатҡа дәғүә итә. Сертифакатты газ үткәргесте йорттағы ҡорамалға тоташтырған ойошма менән иҫәпләшеү өсөн файҙаланырға була. Программа эшләй башлау менән сертификатты 2,5 мең ғаилә алды, газ меңдән ашыу йортҡа инде.
Был яҡшы яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә лә уртаҡлашты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.