Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 13:47

Ауылда йәшәргә була!

Быйыл Башҡортостан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дүрт миллион тонна иген йыйып алып, ил ҡеүәтенә, халыҡ именлегенә лайыҡлы өлөшөн индерҙе. Пандемия ябырылған ҡатмарлы осорҙа улар республиканың иртәгәһе көнөн хәстәрләне, яҙғы сәсеүҙе ваҡытында тамамлау өсөн бар тырышлығын һалды. Һуңғы йылдарҙа игенсегә ярҙамға яңы технологиялар килеүе, техника яңыртылыуы, финанс средстволары бүленеүе ер кешеһенең кәйефен күтәрҙе.

Быйыл Башҡортостан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дүрт миллион тонна иген йыйып алып, ил ҡеүәтенә, халыҡ именлегенә лайыҡлы өлөшөн индерҙе. Пандемия ябырылған ҡатмарлы осорҙа улар республиканың иртәгәһе көнөн хәстәрләне, яҙғы сәсеүҙе ваҡытында тамамлау өсөн бар тырышлығын һалды. Һуңғы йылдарҙа игенсегә ярҙамға яңы технологиялар килеүе, техника яңыртылыуы, финанс средстволары бүленеүе ер кешеһенең кәйефен күтәрҙе.


Ауылдар ҙа элекке ауыл түгел инде хәҙер, тораҡтарға газ инеү, юлдарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттар һалыу менән уларҙың йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Береһенән-береһе күркәмерәк йорттар, биләмәләр ҡалҡып сыға. Тик шулай ҙа ҡалаға белем алырға киткән йәштәребеҙ тыуған яҡтарына ҡайтырға атлығып тормай.
Һандарға күҙ һалайыҡ. 2019 йылда республиканың ауыл хужа­лығында 59 мең кеше эшләгән. Шуларҙың 8 процентын ғына 30 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар тәшкил итә, ә 38 проценты – 50 йәште уҙған өлкәндәр. Республикала ауыл хужалығын комплекслы үҫтереү, йәштәрҙе ауылдарға йәлеп итеү, төбәктәрҙә инфраструктураны үҫтереү буйынса башҡарылған эштәрҙе күрмәү мөмкин түгел. Балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылып тора, йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ҙур ярҙам күрһәтелә. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығында эшләү өсөн 3,5 мең белгес етешмәй. Ғөмүмән, кадрҙарға ҡытлыҡтың төп сәбәбе лә билдәле, үткән быуаттың туҡһанынсы йылда­рындағы демографик көрсөк әле лә ныҡ һиҙҙерә. Ҡайҙалыр – табиптар, ҡайҙалыр – инженерҙар, уҡы­тыусылар, ә ауыл хужалығында агрономдар, ветеринарҙар һәм башҡа бик кәрәкле белгестәр етешмәй.
Һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан ауыл хужалығына иғтибар арттырылыуы халыҡ күңелендә ышаныс, өмөт уятыуы билдәле. Ҡала менән ауыл араһындағы айырманың юйыла барыуы, республикала ғына түгел, бөтә донъяла тәбиғи аҙыҡтың баһаһы күтәрелеүе, үҙ ереңдә эшләү теләге бәғзеләрҙе тыуған яҡтарында хеҙмәт итеүгә ылыҡтыра. Ауыл хужалығында ең һыҙғанып эшләргә ҡалған йәш көстәрҙең үрҙә әйтелгән һигеҙ проценты эсендә Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылы егете Урал Ғаяз улы Исхаҡов та бар. Ул быйыл республиканың иң яҡшы сөгөлдөр үҫтереүсеһе тип табылды.
Заманса ҡарашлы, уйсан, төплө фекерле егет булып сыҡты танышыбыҙ. Бәләкәй сағынан атаһы Ғаяз Нәғим улы артынан ҡалмай колхоз эшенә йөрөгән, мал-тыуар тәрбиәләүҙең нескәлектәрен төшөнгән ауыл малайы шул саҡтан уҡ ауыр крәҫтиән хеҙмәтенән йәм-тәм табырға өйрәнә. 14 йәшендә МТЗ тракторын “йүгәнләй”. Атаһы бер туған ҡустыһы Фаяз менән фермер хужалығы ойошторғас, ағалы-ҡустылы Салауат менән Урал да ҙур эштәрҙең уртаһында ҡайнай.
– Салауат ағайым менән икебеҙ ҙә Башҡортостан аграр университетын тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен алдыҡ. Башыбыҙҙа ҡалала ҡалыу уйы бөтөнләй булманы. Бәлки, кесе йәштән атайыбыҙҙың ергә ерегеп, беҙҙе хеҙмәткә йәлеп итеүе, ер ҡәҙерен белергә өйрәтеүе сәбәп­селер. Ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә була, тик ялҡауланмай эшләү шарт, – ти шәхси эшҡыуар. – Төп шөғөлөбөҙ – игенселек, арпа, бойҙай сәсәбеҙ. Ағайым Салауат менән бергә 360 гектар ерҙе йыл да эшкәртәбеҙ, сәсәбеҙ, урып һуғабыҙ. Ошо көндә бер кемгә лә бурысыбыҙ юҡ, кредит алмайынса, бөтә эштәрҙе алдан планлаштырып башҡарырға тырышабыҙ. Сәсеүгә төшкәндә һәм ураҡ осоронда ярҙамға ике механизаторҙы эшкә алабыҙ, ҡалған ваҡытта бөтә мәшәҡәттәр үҙебеҙҙең иңдә.
– Урал, быйыл алтмыш гектар майҙанда сөгөлдөр үҫтереп, гектарынан 520 центнер уңыш алғаны­ғыҙҙы ишетеп, беҙ ҙә ҡыуандыҡ. Элекке заманда бындай ҙур ҡаҙа­ныштар өсөн орден-миҙалдар, хатта герой исемдәре биргәндәр...
– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, донъя ныҡ үҙгәрҙе бит хәҙер. Беҙ шундай аҡыллы, ҡеүәтле техникалар, уңайлы технологиялар менән эшләргә өйрәндек. Ойоштора белһәң, эш ҡарышмай ул. Хужа­лығыбыҙҙа техника етерлек: ике сылбырлы, өс тәгәрмәсле тракторыбыҙ, ”Акрос” комбайныбыҙ, үҙ йөрөшлө машина, тағылмалы сабыу агрегаты, сөгөлдөр комбайны һәм тейәгесе һәм башҡа төрлө яйланмалар... Эшебеҙҙе хуплап, дәрт өҫтәп торған, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәтенә, Ауыл хужалығы ми­нистрлығына, республика Хөкү­мәтенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Ете миллион һумлыҡ “Акрос” комбайны хаҡының өс миллион һумын кире ҡайтарып, беҙҙе һөйөндөрҙөләр.
– Игенегеҙ – келәттә, сөгөлдөрөгөҙ – Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарында. Эш бөткәс, күңелегеҙ тыныстыр, моғайын. Инде ял итһәгеҙ ҙә була...
– Йоҡоһоҙ, тынғыһыҙ көндәрҙе онотоп, бер аҙ тын алырға мөмкинлек булһа ла, игенсенең мәшәҡәттәре йыл әйләнәһенә һуҙыла. Уңышты йыйып алыу менән киләһе йыл уңышын хәстәрләй башлайһың. Хаҡтар көйләнеү менән продук­цияңды отошло һатыу хаҡында уйланаһың, сығымдарҙы иҫәпләп, бурысҡа батмай эшләү өсөн пландар һыҙаһың, – ти йәш фермер Урал Ғаяз улы.
Фермерлыҡ – ныҡышмалдар, егәрлеләр шөғөлө. Эргәңдә ышаныслы, ярҙам итергә әҙер яҡындарың булыуы ла мөһим. Үкенескә ҡаршы, улдарын ерҙәге иң сауаплы эште һөйөргә өйрәткән аталары Ғаяз Нәғим улы арабыҙҙа юҡ. Бик тә һөйөнөр ине... Әсәләре Зилә Ғәзиз ҡыҙы хужалыҡтың иҫәп-хисап эшен теүәл алып барырға ярҙам итә. Ә йәш фермерҙы өйҙә аталарын һағынып, ҡайтып инеүен көтөп торған өс һәм биш йәшлек сабыйҙары, һөйөклө хәләл ефете Зөлфиә ҡаршылай.


Саҡмағош районы.
Читайте нас