Һүҙ ҙә юҡ, ауыл хужалығы тармағы бик ауырҙарҙан иҫәпләнә. Уңыш башлыса һауа торошонан, тәрбиәнән, ысын мәғәнәһендә ҡара тырышлыҡтан тора. Шуға күрә был тармаҡта күптәр эшләй ҙә алмай, ә инде бер килгәндәр уның менән ғүмерен мәңгелеккә бәйләй. Бөгөн шундай кешеләрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул “Рассвет” хужалығы етәксеһе Николай Шляпкин.
Николай Георгиевичтың предприятиеһына 28 йыл да тулып киткән. Уға тиклем дә колхозда эшләп, ярайһы тәжрибә туплаған. Ул саҡтағы ауыл хужалығы институтының механизация һәм электрлаштырыу факультетын тамамлаған. Бөгөн уның төп шөғөлө “икенсе икмәк” – картуф үҫтереү. Картуфты үҫтереүе ауыр, һаҡлауы еңел, ти ул. Саҡ ҡына дым етмәй икән, уңыш алырмын тимә. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәшәҡәте күп. Бынан тыш кишер, сөгөлдөр үҫтереү менән ныҡлы шөғөлләнә. Ә һуңғы йылдарҙа иген һәм майлы культураларҙы ла үҙләштергәндәр. Хужалыҡ Өфө районының Искин ауылында урынлашҡан. Бынан тыш баҫыу майҙандары Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө ҡалаһының Киров районында ла бар. Дөйөм алғанда, хужалыҡтың 1800 гектар баҫыуы иҫәпләнә.
Ошо йылдар эсендә хужалыҡ үҫкән һәм киңәйгән. Улар яңынан-яңы төр техника алғандар, хужалыҡ алып барыу өсөн кәрәкле биналар төҙөгәндәр. Бер нисә йыл элек төҙөлгән келәт – “Рассвет”тың ғорурлығы. Бында тейешле һауа температураһы, елләтеү системаһы, микроклимат – йәшелсәне матур һаҡлау өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Дүрт мең тонна йәшелсәлек урыны булдырылған.
– Беҙҙең тауар күп ерҙә һатыла. Балалар баҡсалары, дауаханаларға ла бара. “Байрам” кеүек ҙур сауҙа селтәрҙәрендә урыныбыҙ бар. Тик һатыу менән үҙебеҙ шөғөлләнмәйбеҙ. Был – аралашсылар эше. Беҙ үҙебеҙ яҡшы белгән ғәмәл – үҫтереү менән булабыҙ, – ти Николай Шляпкин.
Уларҙың был бизнесын ғаилә шөғөлө тип әйтһәң дә була. Хужалыҡтың бухгалтеры – Николай Георгиевичтың ҡатыны Ирина Шляпкина. Ә улдары Константин – төп механизатор. Егет шулай уҡ атаһы юлын дауам итә. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Хәҙер ғаилә эшендә әүҙем ҡатнаша.
Аталы-уллы механизаторҙар техниканы һатып ҡына алмай, ә үҙҙәре эшләй ҙә. Мәҫәлән, яңыраҡ картуф йыя торған комбайн яһағандар. Ул йәшелсәне һаҡсыл ғына итеп йыя һәм эште күпкә еңеләйтә.
– Беҙ техникаға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Кәрәк булған бөтәһе лә бар: комбайндар, машиналар, тракторҙар, тейәгестәр, таҡтырғыстар. Етмәгәнен үҙебеҙ ҙә эшләп алабыҙ. Тик бына ауыл хужалығының үҫемлекселек тармағы кеше ҡулы эшен дә талап итә. Быйыл ул йәһәттән ҡытлыҡ булды, – ти етәксе.
Даими рәүештә “Рассвет”та ете кеше эшләй. Шул уҡ ваҡытта килешеү буйынса миҙгел эшселәре алына. Башлыса үзбәк һәм тажик милләте кешеләре хеҙмәт итә. Әммә быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында сиктәр ябылып, сикләүҙәр индерелгәс, эшсе ҡулдар етешмәй.
– Беҙҙең тармаҡта эш ауыр шул. Бына әле баҫыуҙа һалҡын, бысраҡ. Йәшелсәне, айырыуса кишерҙе, ҡул менән таҙартырға, айырып алырға кәрәк. Һатып алыусы боҙолғанын, ҡырҡылғанын үҙ итмәй. Ә техника быны күрмәй. Шуға күрә ауыл хужалығы тармағына эшләргә кеше етмәүе – проблема, әлбиттә. Ваҡытында аҡсаһын түләп торһаҡ та, кадрҙарға ҡытлыҡ бар, – ти Николай Шляпкин.
Әммә егәрле ғаилә ауырлыҡтарға бирешмәй. “Ауыл хужалығы тармағы үҙенә тарта шул. Бер инеп китһәң, сығып булмай ҙа ҡуя. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, һуңғы тапҡыр ялда 1997 йылда булдым. Ҡыш көнө лә ял юҡ, бер мәлгә лә туҡтамай эшебеҙ. Тик мин быны йәлләтеү өсөн әйтмәйем. Үҙем һайлаған яҙмыш. Бөгөн бына ял көнө, ә беҙ кишер йыябыҙ, әле төшкө сәйгә ингән мәлемде генә тап иттегеҙ”, – ти ул.
Ысынлап та тармаҡта проблемалар күп. Етәксе белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа тикшереүселәр артҡан, етешһеҙлек өсөн штраф та һалырға күп һорап тормайҙар. Тик ул да оҫта идарасы, эшен белеп башҡара. Дәүләт тарафынан да даими ярҙам алып торалар. Субсидиялар, ташламалы кредиттар бар. Шуға күрә лә бирешмәй, артабан Башҡортостан халҡын үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә менән тәьмин итмәксе.