Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 14:45

Хеҙмәт кешеһенә ихтирам ҙур

2005 йылда ойошторолған “Башкир-Агроинвест” компанияһы – республиканың ауыл хужалығы тармағында тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың береһе.

2005 йылда ойошторолған “Башкир-Агроинвест” компанияһы – республиканың ауыл хужалығы тармағында тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың береһе.


Шишмә, Благовар, Бүздәк һәм Кушнаренко райондары биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған йәмғиәт, нигеҙҙә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә, айырыуса шәкәр сөгөлдөрөнә өҫтөнлөк бирелә. Әлбиттә, башҡа культураларҙан да мул уңыш алыуға өлгәшәләр.
Баҫыуҙарҙы файҙалы һәм маҡсатлы ҡулланырға тырышалар йәмғиәттә, буш ятҡан майҙандар бөтөнләй юҡ тиерлек. Ерҙе рациональ файҙаланыу алымдары ҡулланыла, үҫемлекселектә һәм малсылыҡта энергияны һаҡлаусы алдынғы технологиялар ғәмәлгә индерелгән, сорттар даими яңыртыла. Һөҙөмтәлә иген культураларының, шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы арта. Предприятие ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙең интенсив технологияһы менән шөғөлләнә, эштә киң ҡоласлы яңы быуын ҡатнаш агрегаттар файҙаланыла. Улар агротехнологик ғәмәлдәрҙе башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға, сығымды кәметеүгә булышлыҡ итә. Хужалыҡ заманса ауыл хужалығы техникаһы паркына, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ҡулланыуға әҙерләнеү йәһәтенән технологик линияларға, тракторҙарҙы, комбайндарҙы йүнәтеү буйынса сервис хеҙмәтенә эйә.
Йәмғиәттең 90 мең гектар ере иҫәпләнә, сөгөлдөр баҫыуҙары, мәҫәлән, 65 мең гектар майҙанды биләй, ә шәкәр сөгөлдөрө иһә 13 мең гектарҙа үҫтерелә. Көҙ татлы тамырҙы Шишмә шәкәр заводына тапшырып, йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ аҡса күсә. Тағы ла соя, гәрсис, кукуруз, көнбағыш, ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары сәсәләр.
Бөгөн хужалыҡ ихатаһын сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле, заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары тулыландыра. Шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткән техника ла заман талаптарына яуап бирә.
Бында ит, һөт етештереү ҙә яйға һалынған. Йәй көнө малдар һөт, һыу үткәргестәр, ҡеүәтле һәм заманса һыуытҡыстар менән йыһазлан­дырылған йәйләүҙә тотола. Тотош компанияла ете йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Юғары һәм махсус урта белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелмәй, сөнки Башҡортостан дәүләт аграр университетын, башҡа ауыл хужалығы колледж-техникумдарын тамамлаған йәш белгестәр тап ошо предприятиела тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Йәмғиәт етәкселеге хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш шарттары булдырыуҙы маҡсат итеп алып, юғары хеҙмәт хаҡынан тыш, премиялар түләүҙе, төрлө ял йорттарына юлламалар бүлеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай.
Шәхси ихатаһында мал, ҡош-ҡорт аҫраған­дарға игене, мал аҙығы, осһоҙ хаҡҡа ите, һөт продукцияһы бирелә. Яңы хеҙмәт юлы баш­лағандар фатирға мохтаж булһа, йәмғиәт улар өсөн ҡуртымға йорт алып бирә.
Илдар Ғәйнуллин йәмғиәттә бишенсе йыл хеҙмәт итә. Шишмәлә тыуып үҫкән егет мәктәптән һуң, 48-се һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Әрме бурысын үтәп ҡайтҡас, водителгә уҡый һәм Шишмә май экстракцияһы заводында хеҙмәт юлын башлай. 2016 йылда “Башкир-Агроинвест” компанияһына урынлаша. Уға “КамАЗ” йөк автомобилен ышанып тапшыралар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Илдар Живдәт улы үҙен егәрле, тырыш, яуаплы хеҙмәткәр итеп таныта.
– Коллективыбыҙҙа уңған, үҙ һөнәрҙәренең нескәлектәрен, ер эшен яҡшы белгән хеҙмәт­кәрҙәр тупланған. Эштәрҙе бер ниндәй тот­ҡарлыҡһыҙ, ойошҡан рәүештә башҡарабыҙ. Еренә еткереп ремонтлағас, техника ла боҙолоп ыҙалатмай, запас частар, яғыулыҡ менән дә етәкселек ваҡытында тәьмин итеп тора. Техника паркы даими яңыртыла. Эш хаҡы ҡәнәғәт­ләнерлек. Ғөмүмән, беҙҙең предприятиела хеҙмәт кешеһенә ихтирам ҙур, шуға күрә икенсе эш урыны тураһында уйлағаным да юҡ, – ти техниканы биш бармағындай яҡшы белгән уңған хеҙмәткәр.
Әйткәндәй, күптән түгел предприятие 20 “КамАЗ” машинаһы һатып алған. Илдар Ғәйнуллинға ла өр-яңы “тимер ат”ҡа атланыу бәхете йылмайған.
Илдар Живдәт улы өлгөлө ғаилә башлығы ла, ҡатыны менән өс бала үҫтерәләр. Оло улдары Даниэлгә – 15, уртансылары Имилгә 13 йәш. Шәфҡәт туташы һөнәренә эйә Регина Риф ҡыҙы декрет ялында, кескәй Амелияға йәш ярым ғына әле.

Ғәйнуллиндар балаларын хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә тырыша, ике улдары ла аталары кеүек техника менән ҡыҙыҡһына, мәктәптә лә яҡшы уҡый.
Ошо көндәрҙә улар аталары өсөн тағы ла бер ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе: Илдар Ғәйнуллин республикала “Иң яҡшы йөк автомобиле водителе” булып танылды. Уңған хеҙмәткәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да тормошонда һәм эшендә тик уңыштар теләйбеҙ.

Шишмә районы.
Читайте нас