Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнгәндәр араһында механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар бар ине. Йәмғеһе 38 кеше орден, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр алды.
Төбәк Башлығы аграрийҙарҙы һөнәри байрам менән ҡотланы.
– Хеҙмәтегеҙ – республикабыҙ ғорурлығы. Ул бөтә илебеҙ өсөн бик мөһим. Бөгөн, ошо байрам көнөндә, һәр ҡайһығыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтке килә. Быйыл мул уңыш менән ҡыуандырҙығыҙ – дүрт миллион тоннанан ашыу иген йыйып алдығыҙ. Малсылыҡ һәм аҙыҡ-түлек тармағы ла йылдам үҫә. Ябай булмаған пандемия осоронда ла аграрийҙарыбыҙ бирешмәй. Туғыҙ айҙа республикала ауыл хужалығы етештереүе дүрт процентҡа артҡан, – тине Радий Хәбиров. – Тармаҡ инвесторҙарҙы йәлеп итә. Был уңыштарҙың барыһы ла – һеҙҙең тырышлығығыҙ, талантығыҙ, заманса инновацияларҙы ғәмәлгә индереүегеҙ һөҙөмтәһе ул. Республика Хөкүмәте артабан да һеҙгә булышлыҡ итәсәк. Техника һатып алыуҙа, производствоға яңы технологияларҙы индереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Ауылда йәшәү шарттарын артабан да яҡшыртасаҡбыҙ. Социаль объекттар, торлаҡ һәм, әлбиттә, юл һалыуҙы, газ, һыу, электр үткәреүҙе дауам итербеҙ. Ауыл халҡына сифатлы белем алыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, ижади һәләттәрҙе үҫтереү йәһәтенән шарттар тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ.
Быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре көнө яңыса билдәләнә. Республика Башлығы әйтеүенсә, хәҙер иң мөһиме – Башҡортостандағы һәр кешенең һаулығын һаҡлау.
– Әлегә ҙур саралар үткәрмәйбеҙ. Шуға күрә ошондай тәртиптә ҡотлауыбыҙҙы аңлап ҡабул итегеҙ. Хәҙер иң мөһиме – үҙебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлау, донъя, илебеҙ, республикабыҙ тарихындағы ошо ҡатмарлы осорҙо үткәреп ебәреү. Ҡаршылыҡтарҙы әкренләп еңеп сығырбыҙ, тормош яйға һалыныр, тип ышанам. Ә хеҙмәтегеҙ өсөн – ҙур рәхмәт, сөнки тап ошо хеҙмәткә күрә ябай булмаған дәүерҙә лә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә, тыныс тормошҡа, үҫешкә, төҙөлөшкә ныҡлы өмөт бар, – тине Башҡортостан Башлығы.