3 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте йортонда “Уңыш-2020” конкурсында еңгән механизаторҙарҙы һәм водителдәрҙе наградланы.
Ун номинация буйынса “иң яҡшылар” билдәләнде.
– Конкурста һеҙ һөнәрегеҙгә ысын тоғролоғоғоҙҙо, һоҡланғыс оҫталығығыҙҙы күрһәттегеҙ һәм йәштәргә үрнәк икәнлегегеҙҙе раҫланығыҙ, – тине Андрей Назаров.
Республика Премьер-министры быйыл рекорд уңыштың – дүрт миллиондан ашыу тонна игендең – йыйып алыныуы хаҡында белдерҙе. Дөйөм алғанда, үҫемлекселек тармағы ҙур үҫеш күрһәткән: 6 проценттан ашыу. Был һуңғы йылдарҙа республикала техника паркын әүҙем яңыртылыуы менән бәйле. Йыл һайын 300-ҙән ашыу трактор, 250 тирәһе иген йыйыу комбайны һәм башҡа заманса техника алына.
Ошо уҡ көндө Республика Хөкүмәте йорто алдында Андрей Назаров “Уңыш-2020” бәйгеһендә еңеп сыҡҡандарға 20 “Лада-Нива” автомобиленең асҡысын тапшырҙы.