Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 11:45

Инфекция кәртә була алманы...

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары менән 2020 йылда ауыл хужалығы һәм уның һөҙөмтәләренә, 2021 йылға был тармаҡ буйынса маҡсаттар ҡуйыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы республика етәкселеге тарафынан кәңәшмә үткәрелде. Тик ул быйыл онлайн режимда ойошторолдо.
Республика Башлығы Радий Хәбиров төрлө министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары менән 2020 йылда ауыл хужалығы һәм уның һөҙөмтәләренә, 2021 йылға был тармаҡ буйынса маҡсаттар ҡуйыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. “Быйыл был тантананы онлайн режимда ойошторабыҙ. 9 Майҙы ла ошолай байрам иткәйнек. Һәр кем быны яҡшы аңлай. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайбыҙ. Хакимиәт башлыҡтары, был ҡотлауҙарҙы еткерегеҙ, йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Илдәге эпидемиологик хәл, әлбиттә, ауыл хужалығы тармағын да урап үтмәне. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, республика аграрийҙары туғыҙ айҙа үҫешкә өлгәшә алды һәм ул 4 процент (аҡсалата был – 134 миллиард һум) тәшкил итте. Әйткәндәй, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре төбәктәге продукция күләменең ете проценттан ашыу күләмен биләй. Өфө, Туймазы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Благовар, Йәрмәкәй, Дәүләкән, Илеш, Мәләүез, Ғафури, Стәрлебаш райондары яҡшы уңышҡа өлгәшкән. Иген буйынса ла тос уңыш йыйып алынған: 4 миллион тоннанан ашыу. Бындай ҡаҙаныш 2015 йылда теркәлгән, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
Быйыл ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә минераль ашламалар һәм техника һатып алыу буйынса ярҙам күрһәтелгән. Техника паркын яңыртыуға ла иғтибар бүленгән. Әйткәндәй, 2024 йылға тиклем тағы 4 меңдән ашыу трактор һәм комбайн һатып алыу планлаштырылған. Хакимиәт башлыҡтарына “Росагролизинг” менән эшләүгә иғтибар бүлеү тәҡдим ителде.
Малсылыҡ тармағы үҫешә. Был йәһәттән дә һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Һәр кесе йома “Инвестсәғәт”тә лә ауыл хужалығы тармағындағы инвестицияларға иғтибар бүленә. Быйыл 40 миллион тонна ауыл хужалығы продукцияһы экспортҡа сығарылған. Был йәһәттән тағы яҡшыраҡ күрһәткескә өлгәшеп булыр ине, тип билдәләнде кәңәшмәлә.
Аграр продукцияны эшкәртеү буйынса республика иһә Волга буйы федераль округында алтынсы урынды биләй, тип билдәләнде. “Ошондай ҙур ауыл хужалығы продукцияһына эйә булып, уны эшкәртмәү, йәғни аҡсаны ҡулдан ысҡындырыу – беҙҙең ҙур етешһеҙлегебеҙ”, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. Шуға “Ауыл сәғәте”ндә был йәһәттән проект әҙерләнә. Ул үҙенә күрә “Үҫеш нөктәһе”нә әйләнәсәк. Бынан тыш, аграр секторҙа эшләүселәргә торлаҡ мәсьәләһе хаҡында ла һүҙ булды. 300- ҙән ашыу ғаилә үҙ мөйөшлө булған, башҡа саралар күрелгән. Бынан тыш, Башҡортостан – “Ауыл ипотека”һын тормошҡа ашырыу буйынса ла икенсе урында. Был йәһәттән эш әле лә дауам итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республиканың илдә һөт, ит, ҡарабойҙай үҫтереү, ҡымыҙ, шифалы бал етештереү һәм башҡа күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләүе хаҡында белдерҙе.
Апрель-май эпидемиологик хәлдең ҡыҙыл нөктәһе тип билдәләнһә лә, ауыл хужалығы эшсәндәре үҙ бурысын еренә еткереп атҡара алды. “Иң мөһиме: уңыш йыйыуҙы яҡшы тамамланыҡ. Бының өсөн хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт”, – тип белдерҙе Илшат Фазрахманов. Келәттәргә дүрт миллион тоннан ашыу уңыш һалынған, әммә Башҡортостан тәбиғәте бынан да ҙурыраҡ уңышҡа – биш миллион тоннаға тиклем – өлгәшергә булышлыҡ итә, тип белдерелде кәңәшмәлә. Әйткәндәй, быйыл Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Илеш райондары был йәһәттән бик яҡшы уңышҡа өлгәште. Бер гектарҙан 47 центнер уңыш йыйған Саҡмағош - лидер, тип танылды. Һөт етештереү буйынса алдынғы урындабыҙ.
Ташламалы кредит алыу – ауыл хужалығы тармағында көс түккәндәргә иң тәү ярҙамдарҙың береһе. Быйыл был йәһәттән әүҙемлек һиҙелә, өҫтәүенә һалымдар ҙа ваҡытында түләнә. Тормош хәлдәре нисек кенә ауыр булмаһын, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттәгесә бар көсөн һалып тырыша. Уларға коронавирус инфекцияһы кәртә була алманы һәм киләсәктә лә шулай булһын инде.
Бөгөн республика муниципалитеттары араһындағы хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм башҡа күрһәткестәр буйынса ярыштарҙа еңеп сыҡҡан райондар билдәләнде. Хәйбулла, Стәрлебаш, Дәүләкән, Шишмә, Йәрмәкәй, Тәтешле, Борай, Балтас, Ҡалтасы, Мәсетле, Илеш, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хакимиәттәре башлыҡтарына Республика Хөкүмәтенең дипломдары тапшырылды.
Беҙ Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағында эшләгәндәрҙең барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һеҙ булғанда, өҫтәлебеҙҙән хуш еҫле икмәк өҙөлмәҫ.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас