Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 13:43

Рәхмәт һиңә, Ер кешеһе!

Башҡортостан ауыл хужалығы – Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙың береһе.

Республиканың ауыл хужалығы тармағында күпләп инвестиция йәлеп итеүгә, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар көсө менән ауыл хужалығы етештереүе күләмен арттырыуға айырым иғтибар бирелә. Төбәк һыйыр ите, бал, ҡымыҙ, һөт етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләүен дауам итә.
2020 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 134 миллиард һумдан артып киткән (134,4 миллиард һум), былтырғы кимәлгә ҡарағанда үҫеш 3,8 процент.



Үҫемлекселек


Быйыл республика аграрийҙары иген культураларының мул уңышын йыйып алды – бункер үлсәүендә 4038 мең тонна (былтырғы кимәл менән сағыштырғанда 703 мең тоннаға күберәк). Гектарынан уртаса уңыш 23 центнер тәшкил итә (2019 йылда – гектарынан 20,4 центнер).
Ураҡ һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы күрһәткестәргә Стәрлетамаҡ (230 мең тонна), Саҡмағош (213,8 мең тонна), Илеш (202 мең тонна) райондары игенселәре өлгәште. Был райондарҙың һәр береһендә 200 мең тоннанан ашыу иген һуғып алдылар.

Мәләүез һәм Дәүләкән райондары хужалыҡтарында – 150 мең тоннанан ашыу, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Ауыр­ғазы, Бүздәк һәм Благовар райондарында 130 мең тоннанан ашыу уңыш йыйылды.
Гектарынан алынған уңыш күләме буйынса Саҡмағош районы әүәлгесә алдынғылыҡты бирмәй – унда гектарынан 47 центнерға яҡын иген алдылар. Шулай уҡ Шишмә (гектарынан 32,4 центнер), Ҡырмыҫҡалы (31,2 центнер), Илеш (29,9 центнер), Бүздәк (29,3 центнер), Дәүләкән (29,3 центнер), Стәрлетамаҡ (29,1 центнер) райондарында баҫыуҙарҙың яҡшы уңдырышлылығы (гектарынан 29-32 центнер) билдәләнә.
Төбәк аграрийҙары майлы культу­раларҙан да ярайһы уҡ яҡшы уңыш алды – 399 мең тонна самаһы, шул иҫәптән көнбағыштыҡын – 309 мең тонна. Мәғлүм булыуынса, әле май продукцияһы – республикала төп экспорт продукты.
Төбәктәге ауыл хужалығы предприятиеларында 1 миллион 160 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынды, уңыш былтырғыға ҡарағанда 10 процентҡа юғарыраҡ (быйыл гектарынан – 402 центнер, былтыр иһә – 364 центнер). Шишмә (238 мең тонна), Благовар (210,4 мең тонна), Бүздәк (202,4 мең тонна), Кушнаренко (130,3 мең тонна), Саҡмағош (100,8 мең тонна) райондарында шәкәр сөгөл­дөрөнөң уңышы айырыуса мул булды.


Тармаҡҡа дәүләт ярҙамы


Өлгәшелгән һөҙөмтәләр нигеҙендә республика аграрийҙарының намыҫ­лы хеҙмәте, шулай уҡ бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан етди дәүләт ярҙамы ята. Быйыл тармаҡҡа 6,5 миллиард һум самаһы (федераль бюджеттан 3,016 миллион һум) дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.
Атап әйткәндә, 2020 йылда республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә льготалы кредитлау программаһы буйынса түбәндәгеләр хупланған:
l 13,2 миллиард һумлыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы 495 кредит (2019 йылда – 8,9 миллиард һумлыҡ 342 ғариза), шуның 6,6 миллиард һумы миҙгелле баҫыу эштәренә йүнәлтелде (358 ғариза; 2019 йылда – 5,52 миллиард һумлыҡ 302 ғариза);
l 3,74 миллиард һумлыҡ 227 льготалы инвестиция кредиты, шуның 2,95 миллиард һумы (200 ғариза) яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға тотонолдо (2019 йылда – 2,11 миллиард һумлыҡ 138 ғариза).


Агросәнәғәтте техник яңыртыу


Быйыл төбәк аграрийҙары матди-техник базаны әүҙем яңыртты. Йыл башынан алып ауыл хужалығы етештереүселәре республика ярҙамы менән 7,7 миллиард һумдан ашыу суммаға 2606 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамал һатып алған, был былтырғы ошо уҡ осорҙағы күрһәткестән 2,7 миллиард һумға күберәк.
Техник парк тартыу ҡеүәте төрлө булған 374 трактор, 224 иген йыйыу комбайны, 43 мал аҙығы йыйыу комбайны, 600 берәмектән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы, башҡа техника менән тулыланған.
Техниканы яңыртыу йәһәтенән Ауырғазы, Саҡмағош, Бүздәк, Мәләүез райондары алда бара.

“Росагролизинг” акционерҙар йәм­ғиәте менән туранан-тура килешеүҙәр буйынса йыл башынан алып 2,2 миллиард һумлыҡ ғариза хупланған, техника тапшырыуға 1,7 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөлгән, 1,5 миллиард һумлыҡ техника алынған да инде (2019 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға – 540 миллион һумға) күберәк.
“Росагролизинг” йәмғиәте аша техника менән тәьмин итеү күләме буйынса республика Рәсәй төбәктәре рейтингында өсөнсө урында.


Малсылыҡ


Төбәктәге агросәнәғәт комплексы­ның малсылыҡ тармағында ла туғыҙ айҙа ыңғай динамика күҙәтелә.

Йыл башынан алып 1,3 миллион тонна һөт (+1 %), шул иҫәптән 581 мең тонна тауар һөтө (+4 %) етештерелгән.

Башҡортостан Республикаһы һөт етештереү буйынса Рәсәй Феде­рацияһында икенсе баҫҡыста. Был күләм биләгән урынды быйыл да һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләй.
Тармаҡтағы күрһәткестәрҙең үҫеше күп йәһәттән республикала агросәнәғәт комплексындағы әүҙем инвестиция эшмәкәрлегенә бәйле.
Һөт етештереү күләменең артыуы Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативында, Ҡалтасы районының “Победа”, Саҡмағош районының “Базы”, Стәрлетамаҡ районының “Ашҡаҙар”, Ейәнсура районының “А7Агро-РБ”, Яңауыл районының “ИТС-Агро”, Илеш районының “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәрендә ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу иҫәбенә тәьмин ителде.
Һыйырҙарҙың продуктлылығының былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда биш процентҡа артыуы ла һөт етештереү күләменә ыңғай йоғонто яһаған. Ауыл хужалығы ойошмаларында бер һыйырҙан һауым 4464 килограмм тәшкил иткән.
Иң юғары һауым Учалы районы­ның ауыл хужалығы ойошмаларында алынған – бер һыйырҙан 6718 килограмм һөт. Ауырғазы районында был күрһәткес – 6263 килограмм, Мәлә­үездә – 6075, Саҡмағошта – 5868, Йәрмәкәйҙә – 5845, Әбйәлил һәм Туймазы райондарында – 5494-әр килограмм.
Быйыл туғыҙ айҙа тулайым һөт етештереү буйынса Ауырғазы районы алдынғылыҡты бирмәй. Унда 71,6 мең тонна һөт һауып алынған. Саҡмағош (56 мең тонна), Баймаҡ (52 мең тонна), Әбйәлил (45,3 мең тонна), Илеш (44,9 мең тонна) райондарында 45 – 56 мең тонна һөт етештерелгән.
Шул уҡ ваҡытта тауар һөтө етештереү йәһәтенән Саҡмағош районы беренсе урында – 47 мең тонна самаһы. Алдынғылар иҫәбендә шулай уҡ Ауырғазы (30 мең тонна), Дүртөйлө (29 мең тонна), Стәрлетамаҡ (27 мең тонна) һәм Илеш (26,4 мең тонна) райондары.
2020 йылдың туғыҙ айында бөтә хужалыҡтар тарафынан 260 мең тонна ит етештерелгән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда үҫеш 11 процент тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы һыйыр итен етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында (102 мең тонна). Йыл башынан алып ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында тере ауырлыҡта ит (28 %) һәм ҡош ите (4 %) етештереүҙең артыуы күҙәтелә.
Иттең төп өлөшө (63 проценты), нигеҙҙә, һигеҙ районда етештерелә. Улар – Благовар, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәләүез, Благовещен, Шишмә, Бүздәк, Ауырғазы. Тап ошо район­дарҙа ит малсылығына ҡағылышлы ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған: “Таврос” компаниялар төркөмө, “Русское Зерно” холдингы предприятиелары, “Урал” ҡошсолоҡ комплексы”, “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһы.
Ит етештереү күләмен артабан арттырыу маҡсатында Көйөргәҙе районының “Искра” һәм Ҡариҙел районының Зуевка яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәттәрендә меңәр урын­лыҡ мал һимертеү майҙансыҡтары төҙөлә.


Бәләкәй эшҡыуарлыҡ


Аграр иҡтисадтың иң йылдам үҫкән секторы – ул фермер хужалыҡтары. Республикала 7122 фермер хужалығы эшләй. Грант программалары (“Яңы эш башлаған фермер”, “Ғаилә фермалары”, “Ауыл хужалығы ҡулла­ныу­сылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү програм­маһы”, “Фермерҙарға ярҙам систе­ма­һын ойоштороу һәм ауыл коопе­рацияһын үҫтереү”) нигеҙендә быйыл ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 729 миллион һум йү­нәлтелде.
Әйтергә кәрәк, 2012 йылдан алып һигеҙ йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһы сығарыуҙа фермер­ҙарҙың өлөшө өс тапҡырҙан ашыуға (4-тән 13 процентҡа тиклем) артҡан. Агросәнәғәт комплексы алдына ҡу­йылған әҙер продукция экспортын арттырыу бурысын иҫәпкә алғанда, эске баҙарҙа тап фермер хужалыҡ­тары ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.


Инвестиция эшмәкәрлеге


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Инвестиция сәғәте” тәртибендә үткән кәңәшмәләрендә төбәктәге агросә­нәғәт комплексындағы дөйөм хаҡы 218,8 миллиард һумлыҡ 95 проект ҡаралды. Ошо проекттар нигеҙендә 15,5 мең яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Туғыҙ айҙа 10 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп ителгән, 250 яңы эш урыны булдырылған, малсылыҡта һәм үҫемлекселектә 3,4 миллиард һумлыҡ ете проект тор­мошҡа ашырылған.
Читайте нас