Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 14:00

Сауҙа ойошмалары проектта күпләп ҡатнаша ала

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары был исемлектән сығарыла.

Киләһе йылдан ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыусылар исемлеге сауҙа тармағы ойошмалары өсөн киңәйтелә.
“2021 йылда сауҙа ойошмалары милли проектта ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Был компанияларға һөнәри компетенцияға эйә булыу, етештереү һәм техник процестарҙы ҡулайлаштырыу практикаһын яйға һалыу мөмкинлеген бирәсәк”, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары был исемлектән сығарыла. Киләһе йылдан шулай уҡ милли проектта потенциаль ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу критерийҙары үҙгәрә. Атап әйткәндә, компаниялар өсөн табыштың иң түбән күрһәтксе 400 миллион һумдан 800 миллион һумға тиклем арттырыла, ә 30 миллиард һумлыҡ максималь күләме ғәмәлдән сығарыла.
Әле милли проектта ҡатнашыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ойошмалар менән 85 килешеү төҙөгән. Улар – сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш индустрияһы, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Читайте нас