Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында барыбыҙҙың был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бурысты беҙ быйыл 1 декабргә тиклем атҡарырға тейешлебеҙ. Шуға һәммәбеҙ ҙә ошо ваҡытҡа тиклем мөлкәткә, ергә, транспортҡа һалым түләү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.