Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 13:55

Төп ярҙамсылары – улдары

Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауылы фермеры Алмас Зифил улы Фәтхуллинды аяғында ныҡлы баҫып торған, ер эшен биш бармағы кеүек белгән, тыуған еренә ереккән ысын хужа тип беләләр. Шуға күрә уға тәжрибә уртаҡлашырға тыуған районынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә йыш киләләр.

Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауылы фермеры Алмас Зифил улы Фәтхуллинды аяғында ныҡлы баҫып торған, ер эшен биш бармағы кеүек белгән, тыуған еренә ереккән ысын хужа тип беләләр. Шуға күрә уға тәжрибә уртаҡлашырға тыуған районынан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә йыш киләләр.


Алмас Зифил улы оҙаҡ йылдар райондың “Урожай” ауыл хужалығы кооперативында комбайнсы, водитель булып эшләй. Үҙ эшен һәр ваҡыт яратып, намыҫ менән баш­ҡара, уның фиҙакәр хеҙмәте рес­публикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән билдәләнә.
2005 йылда Алмас Фәтхуллин үҙенең шәхси эшен асырға тәүәк­кәллек итә. Әлбиттә, бер эште лә башлап ебәреү еңел түгел, ауыл хужалығына ҡағылышлыһын биге­рәк тә: техника юҡ, булғаны бик иҫке, һәр ваҡыт ҡарап, ремонтлап тороуҙы талап итә. Тәүге мәлдә үҫтерелгән игенде һаҡларлыҡ келәттәре лә булмай. Әммә ер эшен яратҡан ир-азамат ауыр­лыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, тырышып эшләй, уңыштың сыҙам­лыҡ, ныҡышмалылыҡ, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт менән яуланырын яҡшы белә, шуға күрә күңелен төшөрмәй. Тиҙҙән фермерҙың хужалығында иген келәттәре ҡал­ҡып сыға, өр-яңы МТЗ-82 трак­торҙары, “Агромастер-1200” сәсеү комплексы, “Акрос” комбайны барлыҡҡа килә.
– Йыл һайын гектарынан уртаса 25–30 центнер ашлыҡ алабыҙ. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа уңыш 44 центнерға еткән саҡтар ҙа булды, – ти Алмас Зифил улы.
Бынан 15 йыл элек, эш баш­лағанда, барлыҡ ере 50 гектар ғына булһа, әле фермер 1200 гектарҙа эшмәкәрлек алып бара. Хужалыҡ арыш, арпа, гәрсис, бойҙай һәм һоло баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алған. Алмас Фәтхуллиндың фермер хужалығы Удмурт, Татарстан, Мари Иле республикалары, Свердловск өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итә, уның сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукцияһын был төбәктәр ҙур теләк менән һатып ала.
Фермерҙың төп ярҙамсылары – улдары Радик, Азат һәм Ис­кәндәр. Улар, ауыл хужалығы йүнәлешендә белем алып, атай янында ярайһы уҡ тәжрибә туплаған. Эшенең дауам ителеүе, ергә булған һөйөүен улдарына бирә алыуы менән Алмас Зифил улы хаҡлы рәүештә ғорурлана. Тормош юлдашы Рәүзилә Рәсим ҡыҙы ла, килендәре лә фермер хужалығының эше алға барһын өсөн көсөн һәм тырышлығын йәлләмәй.
Быйыл Алмас Фәтхуллин етәк­ләгән крәҫтиән (фермер) хужалығы республиканың Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурста еңеү яулап, “Ғаилә фермеры” грантына лайыҡ булған. Әлегә дәүләт ярҙамы тулыһынса үҙләштерелеп бөтмәгән, әммә тәүге һөҙөмтәләр ҡыуаныслы: Канадала етеште­релгән “Versatile 320” һатып алын­ған. Был техника бер нисә төрлө эште башҡара алыуы менән үҙенсәлекле. Уның мөмкинлек­тәрен Алмас Зифил улы быйылғы ураҡ кампанияһы мәлендә һынап ҡарарға ла өлгөргән.
Фермерҙың уңыш серҙәрен барлағанда, тағы бер нәмәгә иғти­бар итмәү мөмкин түгел: Алмас Фәтхуллин үҙенең эшмәкәрлеген фәнгә нигеҙләп, ғилми яңылыҡ­тар­ҙы һынап ҡарап алып бара. Бөгөн күп төбәктәрҙә ауыл хужа­лығының уңышлы эшмәкәрлеге, уның киләсәге тап Алмас Фәтхул­лин кеүек ерҙе яратҡан, бар булмышы менән уға ереккән ысын ир-егеттәрҙең тырышлығына, фиҙа­кәр­легенә бәйле.
Яңауыл районы.
Читайте нас