Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 13:49

Яҙмышы – тыуған ерендә

Механизаторһыҙ ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтереп булмай, улар башҡарған эштәр һанап бөткөһөҙ. Күп көс, таһыллыҡ талап иткән тынғыһыҙ ҙа, ауыр ҙа, әммә ифрат сауап­лы һәм яуаплы эш ул – икмәк үҫтереү.

Механизаторһыҙ ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтереп булмай, улар башҡарған эштәр һанап бөткөһөҙ. Күп көс, таһыллыҡ талап иткән тынғыһыҙ ҙа, ауыр ҙа, әммә ифрат сауап­лы һәм яуаплы эш ул – икмәк үҫтереү.


Күпселек осраҡта баҫыуҙарҙы тәжрибәле, бар ғүмерен тыуған ауылына, ергә бағышлаған, ауыр­лыҡтарға зарлана белмәгән ялан батырҙары иңләй. Шундайҙарҙың береһе Ғафури районының Табын ауылында йәшәй.
Мансаф Миңләхмәт улы Зәй­нетдинов “Восход-СТ” агропред­приятиеһында комбайнсы булып эшләй. Сығышы менән Йөҙимән ауылынан. Уның атаһы Миңләхмәт ағай ғүмер буйы урындағы хужалыҡта тракторсы булған, ҡатыны менән биш ул тәрбиәләп үҫтергән. Мансафҡа ла техникаға һөйөү тап атаһынан күскән. Бала саҡтан уның эргәһендә йөрөп, “тимер ат” менән ҡыҙыҡһынған, эш рәтен белеп-өйрәнеп үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Красноусолдағы профтехучилищела механизатор-водитель һөнәрен алған. Унан инде хеҙмәт юлын “Родина” совхозында башлаған, яҙмышын тыуған еренә хеҙмәт итеүгә арнаған.
Шулай итеп, Мансаф Зәйнетдинов комбайнда ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй, ул – райондағы тәжрибәле, алдынғы механизаторҙарҙан.
– Комбайндарҙың төрлөһөн күрҙем. Хәҙергеләре заманса йыһазландырылған, идара итеүе күпкә уңайлы, шуға белгән-өйрәнгән эште башҡарыу ҙа еңелерәк. Бынан өс йыл элек хужалыҡҡа өр-яңы “ПОЛЕСЬЕ GS10” комбайнын ҡайтар­ҙылар, уны миңә ышанып тап­шырҙылар. Әлбиттә, яңы техникала эшләү күпкә еңелерәк һәм һөҙөм­тәлерәк, – ти ул.
Әйткәндәй, быйыл Мансаф Зәйнетдинов 15 мең центнерҙан ашыу иген йыйып, районда алдынғы комбайнсылар иҫәбенә сыҡҡан.
Хеҙмәте менән генә түгел, ғаиләһе менән дә бәхетле Мансаф Зәй­нетдинов. Ул Ерек ауылы ҡыҙы Раушания Рәүил ҡыҙы менән ныҡлы ғаилә ҡорған, дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Раушания ханым Табын ауылындағы коррекция мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй.
Зәйнетдиновтарҙың өлкән улы һәм ҡыҙы, тыуған оянан айырылып, студент тормошо менән йәшәй. Өлкән улдары Линарға – 18 йәш, ул Өфөлә, тимер юлсылар техникумында машинист ярҙамсыһы һөнәрен үҙләштерә. 16 йәшлек Әҙилә быйыл туғыҙынсы класты тамамлап, Стәрлетамаҡтағы физкультура колледжына уҡырға ингән.
Элина – етенсе, төпсөктәре Илмир икенсе класта белем ала. Зәйнетдиновтарҙың уңған, татыу ғаиләһен ауылда ихтирам итәләр, сөнки эшһөйәр ата-әсә балаларын да шул юҫыҡта тәрбиәләй, белем алһындар, һөнәрле булһындар тип тырыша.
...Себеште көҙ һанайҙар. Был мәҡәл тап ауыл хужалығы хеҙмәт­кәрҙәре тураһында әйтелгән кеүек: уңышты йыйып, мал-тыуарҙы кәртәгә индергәс, эштәргә йомғаҡ яһарға мөмкин. Ғөмүмән, ер кешеһенең хеҙмәтен баһалау – йәшәйеште билдәләй торған изге ғәмәл.
Быйыл Ауыл хужалығы хеҙмәт­кәрҙәре көнө уңайынан үткәрелгән республика байрамында алдынғылар араһында комбайнсы, икмәк үҫте­реүсе Мансаф Зәйнетдинов та бар. Ул, башҡалар менән бер рәттән, маҡтаулы исем алыу менән бергә, “Шевроле-Нива” автомобиле менән дә бүләкләнгән. Күп балалы ғаилә өсөн ни тиклем ҙур шатлыҡ!
– Быға тиклем дә тап ошо маркалы автомобилдә йөрөй инек. Хәҙер иһә улар икәү буласаҡ. Ҡатыным да автомобилгә идара итә, уға ла тормош мәшәҡәттәрен теүәлләү күпкә еңеләйәсәк, – ти алдынғы комбайнсы.
Был матур ғаиләгә именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ! Тап шундай кешеләр – донъя йәме, башҡаларға өлгө.
Ғафури районы.
Читайте нас