Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 16:30

Яңы үҙәк булдырыла

Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт Президиумы ултырышында белдерҙеләр.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт Президиумы ултырышында беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнмәләре үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы үҙәгенең формалашыуы хаҡында һөйләне.
"Үҙәк республиканың иҡтисади ҡеүәтен арттырыуға йүнәлтелгән проекттар һәм стратегик башланғыстарҙы эшләүсе булып тора, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырылғанға тиклем күҙәтә", – тине Рөстәм Моратов.
"Башҡортостандың стратегик эшләнмәләр үҙәге власть органдары өсөн беренсе ярҙамсы булырға тейеш, – тине Андрей Назаров. – Ул министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ныҡлы иҡтисади анализ үткәреүгә әҙерлек, инвестиция проекттарын аҙағына тиклем тормошҡа ашырыу, уларҙы бергәләп башҡарыу өсөн дә кәрәк".
Билдәле булыуынса, байтаҡ проекттарҙы федераль үҙәктең, үҫеш институттарының ярҙамынан тыш ғәмәлгә ашырыу ауырыраҡ. Ә әлеге үҙәк был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтәсәк.
Фото: pravitelstvord.ru
Читайте нас