Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Ноябрь 2020, 18:50

Ялан батыры

“Ерҙе тәрбиәле тотор кәрәк” – Урал Ибраһимовтың үҙ эшенә ҡарата девизы ошондай.

Күгәрсен районында урынлашҡан “Тәүәкән” хужалығы тураһында республикала бик күптәр, шул иҫәптән гәзит уҡыусылар ҙа, ишетеп, уҡып белә. Замандың төрлө ауырлыҡтарына ҡарамай, етештереү кимәлен дә, сифатын да төшөрмәй, алдынғы ауыл хужалығы йәмғиәттәре иҫәбендә тотороҡло урын алып килә ул. Бында, тәбиғи, етәксенән дә күп нәмә тора. Ә “тәүәкән”дәргә ул яҡтан уңыш йылмайған. Хужалыҡ директоры Урал Дамир улы Ибраһимов – ысын мәғәнәһендә ер улы, йәне-тәне менән тупраҡҡа береккән кеше.


...Иҡтисади үҫеш өлкәһендә килеп тыуған ауырлыҡтар “Тәүә­кән”де лә ситләтеп үтмәй. Хужалыҡ ярайһы етди һынауҙар кисергән ваҡытта, 2018 йылдың йәйендә уға етәкселек итергә Урал Ибраһимовты тәғәйенләйҙәр.
Яңы етәксе өсөн был өлкә һис яңыларҙан булмай. Кәрәкле белем дә, тәжрибә лә етерлек. Хеҙмәт юлын башлағаны бирле уның эшмәкәрлеге ергә бәйләнгән бит. Быға тиклем ул Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативында агроном, унан идарасы булып эшләй. Эшенә мөкиббән бирелгән белгес – гел алдынғылар рәтендә. Тырыш хеҙмәте өсөн 2014 йылда “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була.

Район ғына түгел, республика кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә хужалыҡты етәкләп алып китеү Урал Дамир улына ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Әммә ул бурысты теүәл һәм аныҡ итеп башҡара, һөҙөмтәлә “Тәүәкән” яңынан уңышлы итеп эшләп китә, проблемалар бер-бер артлы хәл ителә бара.
Ауыл хужалығын алдынғы, килемле итәм тигән етәксе ал-ял белмәй эшләргә, һәр эшкә мөнә­сәбәтле булырға тейеш. Был да – Урал Дамир улының инанысы. Етәксе ниндәй – хужалыҡ та шундай, эшсәндәрҙең дә бурыстарына ҡарашы яуаплы, эш кәйефе күтәренке була.
Ә эш бөтәһенә лә етерлек. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем бал ҡортондай геүләшергә тура килә. Хужалыҡтың биләмәһе ҙур, күп тармаҡлы эш алып барыла. Эре мөгөҙлө мал, йылҡы тотола, ҡаҙ үрсетелә, ит, һөт продукциялары етештерелә. Улар район, тотош республика ҡалаларының, шулай уҡ Өфөнөң дә, сауҙа нөктәләрендә һатыла.
Мал үрсетеү төп йүнәлеш булһа, ярҙамсы тармаҡ – үҫемлекселек, әлбиттә. Хужалыҡ ҡарамағындағы 15 мең ярым гектар ерҙә иген культуралары үҫтерелә. Картуф та сәселә, көнбағыш ултыртып, тәбиғи, экологик яҡтан саф үҫемлек майы ла етештерелә.
Урал Дамир улы үҫемлекселек өлкәһендә ерҙе һуғарыу эштәрен көйгә һалған. Һуңғы йылдарҙағы эҫе, ҡоро йәйҙәрҙә шунһыҙ яҡшы уңыш йыйып алып булмаҫ та ине. Һуғарыу өсөн махсус быуа бар. Мәҫәлән, 100 гектар майҙанда картуф шулай һыу һибеп үҫтерелә. “Икенсе икмәк”тең ике сорты бар, бик уңдырышлы. “Тәүәкән” үҫтергән картуфты хатта Ҡаҙағстан, Үз­бәкстандан килеп алалар. Яһалма ашламалар түгел, тиреҫ менән туҡландырылған ерҙә үҫкән йәшелсәнең тәбиғи тәмен татып ҡарағандар көҙ һайын Күгәрсен тарафтарына килеп, уны тонналап тейәп алып китә.
Йәне-тәне менән ергә бирелгән етәксе хатта ял көндәрендә лә өйҙә тыныс ултыра алмай. “Был көндәрҙә хужалыҡ биләмәһе буйлап сығып китәм. Сөнки уға тиклем башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Бар биләмәне урап ҡайтырға тап ике көн ваҡыт кәрәк, – ти Урал Дамир улы. – Йәй көнө булһа, әлбиттә, баҫыуҙарҙы урап сығам”.
Көнө-төнө эштән бушамаған ир уҙаманына тылы ныҡлы булыу мөһим. Был яҡтан да ул тыныс. Нәркәс Рауил ҡыҙы тормош юлдашы ғына түгел, фекерҙәш тә. Татыу ғаиләлә бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләнгән. Улы Азат башлы-күҙле булып, Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Уртансылары Розалина БДУ-ның юридик факультетында 2-се курста белем ала. Бар яҡлап килгән, һәләтле ҡыҙ. Ата-әсәһен әленән-әле төрлө уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Кинйәләре Рәзилә Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһында 11-се класта уҡый, медик булырға хыяллана.
Урал Дамир улы фекеренсә, етәксенең уңышы хужалыҡтың финанс яҡтан тотороҡло булыуында, мул уңыш йыйыу, ит-һөттө, башҡаһын күпләп етештереүҙә генә түгел. Тағы бер мөһим күрһәткес – ул хеҙмәт кешеләренең йәшәү кимәле. Ә “Тәүәкән”гә мөнәсәбәте булған, ошо ерҙә тамыр йәйгән йәки эше лә, ашы ла ошонда булған хеҙмәтсәндәр тормоштан ҡәнәғәт, етәкселәренә был тарафтан тик рәхмәт һүҙҙәре генә еткерә икән, тимәк, вазифаңды юҡҡа ғына биләмәйһең, тигән һүҙ. Быныһы инде айырыуса ҡәҙерле баһа.
“Фермер булырға теләгегеҙ юҡ инеме?” тигән һорауға Урал Дамир улы: “Ергә ныҡ бәйлемен. Үҙемде башҡа ерҙә, икенсе һөнәрҙә тип бер ҡасан да күҙ алдына килтермәнем. Ерҙе әләф-тәләф итеп, әрһеҙләп тотҡандарҙы йәнем һөймәй. Фермер булһам, матур итеп тәрбиәләп кенә тотор инем, тип уйлаған саҡтар булды. Әммә үкенмәйем. Ергә ҡарата һөйө­үемде, уға һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуҙы етәксе сифатында тулыһынса атҡарырлыҡ мөмкинлек бар”, – тине.
Үҙебеҙҙе йәшәткән, туйын­дырған ергә ихтирамлы мөнәсәбәт уның йәшәү девизына әйләнгән, тиһәң, һис хата булмай. Бына ниндәй була ул ысын ер Хужаһы!


Күгәрсен районы.
Читайте нас: