Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостандың стратегик үҫеше үҙәгенең вазифалар конкурсында еңеп сыҡҡан кешеләргә сертификаттар тапшырҙы. Сарала онлайн режимда Стратегик эшләнмәләр үҙәге президенты Владислав Онищенко ла ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры хәҙер идара итеү командаһының бер өлөшөнә әйләнгән еңеүселәргә уларға яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүе, республика һәм ил үҫеше өсөн тос өлөш индерә алыуҙары хаҡында белдерҙе.
– Был – тормошоғоҙҙа киләсәккә юллама биргән мөмкинлек. Күптәрегеҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, илдә лә етди вазифа биләйәсәгегеҙгә ышанам, – тине Андрей Назаров. – Республиканың стратегик үҫеш үҙәге иң тәү сиратта Башҡортостан Хөкүмәте, дөйөм алғанда, төбәк үҫеше өсөн эшләйәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл 1 октябрҙә Башҡортостанда Стратегик эшләнмәләр үҙәге ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул ителгәйне. Уның етәксеһе итеп иҡтисадта, банк стуктураларында, дәүләт власы органдарында ҙур эш тәжрибәһе булған Рөстәм Дәүләтов һайланғайны.