Иҡтисад
4 Ноябрь 2020, 07:30

Урамдар төндә лә яҡты

Ә иң мөһиме – бының өсөн электр энергияһы әҙерәк тотонола.

Ошо көндәрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Рәсәй муниципалитеттарында энергия менеджменты” мәсьәләһе күтәрелгәйне. Пилот проектында ҡатнашҡан Нефтекама ҡалаһы өлгөһөндә был проекттың ни тиклем һөҙөмтәле булыуы иҫбатланды. Быйыл проектҡа республиканың башҡа ҡала һәм райондары ла ҡушылды. Был йәһәттән Радий Хәбиров уларҙа ни тиклем экономиялау булғанын иҫәпләргә ҡушҡайны.
Һәм бына күп тә үтмәне, Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ла эштәрҙең тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Быйыл йәй ҡалала тулыһынса тиерлек урам буйы яҡтыртҡыстары алмаштырылған. Хәҙер ҡала юлдарында һәм ихаталарында энергия һаҡлаусы диодлы яҡтыртҡыстар тора.
Ҡала хакимиәте бер нисә йыл рәттән ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу системаһын ғәмәлгә индереү буйынса планға ярашлы эш алып бара. Шул иҫәптән тышҡы яҡтыртыу буйынса ла. Ошо сәбәпле энергия сервисына контракт иғлан итәләр, уның маҡсаты – ҡаланы яҡтыраҡ итеү, электр энергияһына сығымдарҙы кәметеү һәм селтәрҙе хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡулайлаштырыу.
Муниципаль контракт төҙөү буйынса конкурста “Энергетическая сбытовая компания Башкортостана” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңгән. Подрядсы ойошма булып ҡаланың “Электр селтәре” муниципаль предприятиеһы тора. Һөҙөмтәлә быйыл ҡаланың 16 мең натрийлы яҡтыртҡыстары диодлыға алмаштырыла. Эштәр юлдарҙа ла, ихаталарҙа ла башҡарыла. Яңы яҡтыртҡыстарға ете йыллыҡ гарантия бирәләр. Уларҙы алмаштырыу ҡулланылған ҡеүәттәрҙе кәметә, шул уҡ ваҡытта урамдарҙың яҡтылығын 15-20 процентҡа арттыра. Контрактҡа ярашлы, компания 2018 йылда ҡулланылған энергия кимәлен 63 процентҡа кәметеүгә өлгәшмәксе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владимир Куликов:
– Беҙ бөгөндән был проектты тормошҡа ашырыу энергияны файҙаланыуҙы күренерлек кәметте тип әйтә алабыҙ. Алты ай йомғаҡтары буйынса, былтырғы менән сағыштырғанда файҙаланған энергия айырмаһы сәғәтенә 300 мең киловаттан ашыу тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта урамдарҙы яҡтыртыу бөтә талаптарға яуап бирә, – тине ул.
“Энергетическая сбытовая компания Башкортостана” ойошмаһының генераль директоры Андрей Травкин хәбәр итеүенсә, улар беренсе тапҡыр ошондай ҙур күләмле эш башҡарған.
Үҙгәрештәрҙе ҡала халҡы ла һиҙгән. Улар урамдарҙың яҡтыраҡ булыуын билдәләй. Натрийлы лампаларҙың һары баҙыҡ төҫөн заманса һәм оҙаҡ хеҙмәт итәсәк сағыу диодлы яҡтыртҡыстар алмаштырҙы.
Читайте нас