Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар хупланды.
“Стар Нафта” компанияһының генераль директоры Мансур Латипов Раевка шәкәр заводын реконструкциялау проекты менән таныштырҙы. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү тәүлегенә 5,5 мең тоннаға етәсәк. Завод етәкселеге ҡеүәттәрҙе яңыртыуға ла техник задание әҙерләгән һәм ҡорамалдар алыу йәһәтенән һөйләшеүҙәр алып бара.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүҙе, уға ташламалар биреүҙе хупланы.
“Электротекс-ИТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Анатолий Павлов урам фонарҙары, юл билдәләре һәм төрлө техник саралар өсөн ныҡлы композит таяуҙар етештереү проекты тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, “Алға” махсус иҡтисади зонаһында технологик линиялар комплексы ойоштороу тураһында һүҙ бара. Унда 400 белгесте йәлеп итеү күҙаллана. Яңы комплексты 2021 йылдың авгусында сафҡа индерергә ниәтләйҙәр. 2024 йылдан етештереү проект ҡеүәтенә сығырға тейеш.
“ГИС Нефтесервис” компанияһы директоры Асҡар Вәлиуллин Өфөлә яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн бәләкәй насостар етештереү һәм уларҙы хеҙмәтләндереү буйынса юғары технологиялы комплекс төҙөргә ниәтләй. Яңы продукцияға Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяж бар. Төҙөүселәр етештереү корпусын һала башлаған да инде. Унда 30-ҙан ашыу белгес эәшләйәсәк.
Күмертауҙа юл буйы сервисы өлкәһендәге проектты “Регион М” компанияһының генераль директоры Эдуард Мәннәнов тәҡдим итте. “Өфө – Ырымбур” трассаһы буйында күп функциялы комплекс төҙөү тураһында һүҙ бара. Ул йөк автомобилдәре өсөн туҡталҡаны, кафе һәм ҡунаҡхананы үҙ эсенә аласаҡ. Инвестор объектты урынлаштырыу майҙансығын һайлаған һәм “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алыу өсөн документтар әҙерләй. Яңы комплекс тармаҡ объекттарының берҙәм стилистикаһына тура киләсәк.
Кәңәшмәлә шулай уҡ әүәлге “Инвестиция сәғәт”тәре йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биргән күрһәтмәләрҙең үтәлеше тикшерелде. Уларҙың береһе баш ҡалалағы “Өфөгормолзавод” предприятиеһына юл һалыуға ҡағылды. Заводтың генераль директоры Илдар Фәйзуллин әйтеүенсә, проблема йылдам хәл ителгән. Өфөнөң элекке хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафиндың контроле менән юл яңыртылған, асфальт түшәлгән. Предприятие етәксеһе бөтә коллектив исеменән Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтте.