Иҡтисад
5 Ноябрь 2020, 12:40

"Проспект"та эштәр көйлө

Предприятие "Башҡортостан ихаталары" программаһына әүҙем булышлыҡ итә.

Республикала икенсе йыл рәттән “Башҡортостан ихаталары” программаһы эшләп килә. Ошо йәһәттән Башҡортостан предприятиелары ла заказлы булды. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһының “Проспект” предприятиеһы кәмендә 2024 йылға тиклем программаны томошҡа ашырыуҙы тәьмин итәсәк. ТОСЭР резиденты булған был предприятие әлеге йүнәлештә май айынан эшләй башланы һәм 52 миллион һумлыҡ биш мең самаһы әйбер етештерҙе лә.
“Проспект” төҙөкләндереү элементтарын етештерә. Бында эскәмйәләр, фонарҙар, балалар һәм уйын майҙансыҡтары, воркаут-тренажерҙар эшләнә. Тауарға ихтыяж 2020 йылды Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип атап, “Башҡортостан ихаталары” программаһы эшләй башлағас бермә-бер артты. Благовещендағы был предприятие йыл башында, проектты “Инвестиция сәғәте” ултырышында раҫлағас, барлыҡҡа килде.
Етештереүҙе юлға һалыу өсөн Благовещен ҡалаһындағы элекке завод һәм келәт биналары майҙансығы һайланды. Әле бында ағас һәм металл эшкәртеү, буяу цехтары, әҙер тауарҙы тейәү майҙансығы бар. Компанияла 187 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 35 мең һум тәшкил итә.
– Төп заказсыларыбыҙ – төбәк муниципалитеттары һәм идарасы компаниялар. ТОСЭР резиденты булараҡ, беҙҙең һалым ташламалары һәм башҡа өҫтөнлөктәр бар. Ошо сәбәпле беҙ тауарға хаҡты күтәрмәйбеҙ һәм уны баҙарҙа конкурентлыҡҡа һәләтле итеп тотабыҙ, – ти предприятиеның ағас эшкәтеү цехы начальнигы Александра Ладельщикова.
Предприятиеның киләсәккә пландары ҙур. Улар менән “Проспект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Мария Новоселова уртаҡлашты.
– Әле планда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн евроконтейнерҙар эшләү цехын эшкә ҡушыу. Бының өсөн 6,5 мең квадрат метр майҙан ремонтлана. Был етештереүгә инвесторҙар 300 миллион һум аҡса һалырға һәм 50 яңы эш урыны булдырырға йыйына, – ти ул.
Читайте нас