Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбуктағы сәхифәһендә Стратегик эшләнмәләр үҙәгенә ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Октябрь башында беҙ Башҡортостанда Стратегик эшләнмәләр үҙәге менән таныштырғайныҡ. Ул иҡтисадтың йылдам үҫешен тәьмин итеүҙә беҙгә булышлыҡ итергә тейеш.
Ошо көндәрҙә ошо үҙәктәге вазифаларға конкурста еңеүселәргә сертификаттар тапшырҙым. Күҙҙәре янып торған дәртле йәштәргә ҡарап ҡыуанып торҙом. Мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк эшләүҙәрен, тырышлыҡты, көс-ҡеүәтте йәлләмәүҙәрен үтендем. Бының бик файҙалы институт икәнлеген үҙегеҙ ҙә аңлайһығыҙ. Иң мөһиме – ул идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ. Барыһы ла структураға системалаштырып, тәртипкә килтерелһә, һөҙөмтә лә көттөрмәҫ. Инвестиция һәм уны йәлеп итеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе, шуға күрә иҡтисадтың үҫеше уға бәйле. Ә халыҡтың тормош сифаты йәһәтенән төбәкте алдынғы итеү өсөн беҙгә көслө иҡтисад кәрәк.
Тиҙҙән Стратегик эшләнмәләр үҙәгенең эш һөҙөмтәләрен ошонда тикшерербеҙ, тип уйлайым”, – тип яҙған Андрей Назаров.