Иҡтисад
7 Ноябрь 2020, 10:30

Һәр ғәмәлдең – үҙ мәле

Һеҙҙең банк картаһына, мөлкәтегеҙгә арест һалынды, сит илгә сығыуығыҙ сикләнде, ти. Ни өсөнмө?

Һалымдарҙы ваҡытында түләмәгән өсөн яуаплылыҡ саралары ҡаралған. Шулай итеп, был бурыс үтәлмәһә, Рәсәй Һалым кодексының 75-се статьяһына ярашлы, граждан пеня түләргә тейеш. Ә фискаль түләүҙәрҙе атҡармаған өсөн, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, штраф түләттерәләр. Уның күләме – ҡапланмаған сумманың 20 проценты.
Әгәр һалым түләүсе был бурысын белеп тә атҡармаһа, процент ике тапҡырға арттырыла. Ошо әйтелгән ике талап та бойомға ашмаһа, һалым органы бурыс­лының документтарын судҡа әҙерләй. Әгәр һалым түләттереү тигән ҡарар сығарылһа, эш суд приставтарына тапшырыла. Уларҙың иһә үҙ сиратында бурыслының банктағы иҫәбенә, мөлкәтенә арест һалыуы, сит илгә сығыуын сикләүе ихтимал.
Бына ошо үрҙәге хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн, 1 декабргә тиклем һалым түләү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ. Ни тиһәң дә, һәр ғәмәлдең – үҙ мәле.
Читайте нас