Иҡтисад
8 Ноябрь 2020, 11:40

Рәхәтләнеп интернеттан файҙаланалар

Йыл аҙағына тиклем Баймаҡ районында йәнә 15 ауылда сифатлы элемтә һәм мобиль интернет барлыҡҡа киләсәк.

МТС компанияһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда LTE селтәрен үҫтереү тураһында белдерҙе. Октябрь аҙағында Баймаҡ районындағы биш ауыл юғары тиҙлекле мобиль интернеттан файҙалана башланы.
Шул уҡ ваҡытта райондың ике ауылына интернет тәүгә килде: Бикеш һәм Түбә ауылдары 4G селтәре менән тәьмин ителде. Йыл башынан алып Буранбай, Сыңғыҙ, Ҡаратал ауылдарында ла LTE элемтәһе эшләй башланы. Хәҙер улар заманса интернет хеҙмәттәренән файҙаланып, билеттарҙы онлайн тәртибендә һатып алыу, табипҡа яҙылыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, арауыҡта белем алыу, дәүләт хеҙмәттәре порталында эшләү, фильмдар ҡарау мөмкинлегенә эйә. Уҡыусылар иһә уҡыу программаһы буйынса кәрәкле мәғлүмәттәрҙе йәһәт кенә эҙләй, уҡытыусылар методик ҡулланмаларҙы файҙалана ала. ФАП-тар, ауыл Советтары, почта бүлексәләре, мәҙәниәт йорттары, китапханалар, социаль учреждениелар ҙа хәҙер LTE-интернеттың эш итеү даирәһендә.
Йыл аҙағына тиклем Баймаҡ районында йәнә 15 ауылда сифатлы элемтә һәм мобиль интернет барлыҡҡа киләсәк.
Фото: ok.ru
Читайте нас