Иҡтисад
9 Ноябрь 2020, 13:00

Юл буйҙары үҙгәрәсәк

2024 йылға тиклем Башҡортостанда юл буйы хеҙмәтләндереүенең яңы 1 мең объектын төҙөйәсәктәр

9 ноябрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә юл буйы хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре буйынса эшлекле кәңәшмә үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, “Башҡортостан Республикаһы үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостандың Стратегик эшләнмәләр үҙәге, “Приуралье” федераль ҡаҙна предприятиеһы, республиканың “Юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫешенә ярҙам итеү” ассоциацияһы, “Юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, муниципаль райондар һәм ҡала округтары вәкилдәре ҡатнашты.
Юл буйы хеҙмәтләндереүе – республиканың ҡунаҡсыл төбәк булараҡ имиджын булдырыуҙың төп элементтарының береһе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2024 йылға тиклем ҡуйған мәсьәләләрҙең береһе – 1 мең яңы юл буйы хеҙмәтләндереүе объекты, 1 мең заманса объект. Андрей Назаров белдереүенсә, республика өсөн был йүнәлеш өҫтөнлөклө булып тора һәм айырым контролгә алынған.
– Проблемалар ярайһы күп кенә. Үткән аҙнала Өфө – Стәрлетамаҡ трассаһы буйлап бер нисә тапҡыр үткәйнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған ныҡ китмәгәнбеҙ, юл буйы хеҙмәтләндереүе бигүк яҡшы кимәлдә түгел. Шуға хәҙер муниципалитеттар башлыҡтарының үҙҙәренең биләмәһендәге юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттары үҫеше өсөн яуаплылыҡты алһа ине, – тип белдерҙе Андрей Назаров.
Бөгөнгә эш һөҙөмтәләре буйынса республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
– Беҙҙең тарафтан юл буйы сервисы үҫешенең генераль схемаһын булдырыу буйынса эш дауам итә, – тине Рөстәм Моратов. – Беренсе этапта муниципаль берекмәләр тәҡдим иткән 192 участканың 89-ын алдыҡ. Ошоноң менән бәйле, “ер банкын” тултырыу мотлаҡ.
Ресубликала юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә эшмәкәрлек өсөн булдырылған шарттар хаҡында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Азат Асҡаров һөйләне.
Һүҙ республика Инвестиция порталында “Юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫеше” айырым бүлеге хаҡында барҙы. Ул түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала: “Юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә дәүләт ярҙамы саралары”, “Норматив-хоҡуҡи акттар” һәм “Типик архитектура-стиль ҡарарҙары”.
Бынан тыш, ер участкалары менән бәйле ике бүлек ҡарала. Беренсеһе: “Ер участкалары буйынса тәҡдимдәр”. Юл буйы хеҙмәтләндереүе буйынса дәүләт ярҙамы саралары тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте https://investrb.ru/ru/investment/road-services/ һылтанмаһы буйынса инеп ҡарарға мөмкин. Әйткәндәй, юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә инвесторҙар өсөн етди дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Хәҙер юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттары 50 миллион һумдан алып инвестициялар күләмендә (Көньяҡ Урал һәм төньяҡ-көнсығын райондары өсөн - 10 миллион һумдан алып) Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инә ала. Артабан проект 25-тән кәм булмаған эш урыны тәҡдим итеүҙе күҙаллаһа, инвестор аукцион үткәрмәйенсә ер участкаһын алыуға хоҡуҡҡа эйә. Транспорт һәм инженер инфраструктураһы объекттарын төҙөү өсөн сығымдарҙы ҡаплау субсидия – 30 миллион һумға тиклем, әммә сарыф ителгән сығымдарҙың 50 процентынан кәм түгел – ярайһы ғына ярҙам сараһы булып тора.
Фото: республика Хөкүмәте.
Читайте нас