Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды бөтә Рәсәй һанлы конкурстар һөҙөмтәһен иғлан итте. Еңеүселәр араһында республикабыҙҙан да 16 IT-проект авторы бар.
“Авиатех” компанияһы “Милли технологик башланғысты үҫтереү” конкурсында алдынғылыҡты яулап, программа-аппарат комплексын эшләүгә 20 миллион һум отто. Башҡортостандан өс кеше “СТАРТ” программаһы нигеҙендә ике-өс миллион һумлыҡ грант алды.
Бынан тыш, республикабыҙҙан 12 йәш ғалим “УМНИК” программаһы буйынса Рәсәй һанлы конкурсында еңеп, 500-әр йөҙ мең һумға лайыҡ булды. Әйткәндәй, йыл башынан алып һанлы технологиялар өлкәһендә эш иткән компанияларға һәм ғалимдарға грант рәүешендә 72 миллион һум аҡса бирелгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда грант әүҙемлеген арттырыу һәм IT-бизнесты йылдам үҫтереү маҡсатында акселерация программаһы тормошҡа ашырыла башланы.
Фото: it.bashkortostan.ru