Иҡтисад
12 Ноябрь 2020, 17:00

"Был проблеманы беҙ генә хәл итә алмайбыҙ"

Ә ниңә Белорет юлдары һаман киңәйтелмәй? Өфөләге Пугачев урамына реконструкция эшләнерме?

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында 2020 йылда Башҡортостанда автомобиль юлдары төҙөү һәм уларҙы ремонтлау, 2021 йылға үҫеш пландары хаҡында онлайн конференция булды.
Унда республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев, Урал буйы федераль автомобиль юлдар идаралығы етәксеһе Азамат Илембәтов һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар төҙөлөшө, ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов ҡатнашты.
М5 “Урал” трассаһының республика буйлап үткән өлөшө 307 километр тәшкил итһә, шуның 89 километры ғына барлыҡ талаптарға яуап бирә. Ә был юл - илдәге транспорт саралары иң күп йөрөгән трассаларҙың береһе. Алан Марзаев Башҡортостанда ниңә ике һыҙатлы юлдарҙың барыһын да киңәйтмәүҙәренә аңлатма бирҙе. Уның әйтеүенсә, был эште тиҙ генә атҡарыу мөмкин түгел. “Ә ниңә Белорет юлдары әле һаман ике һыҙатлы булып ҡала?” тигән һорауға: “Барлыҡ юлдарҙы ла I категорияға индереп булмай”, – тип яуап бирҙе министр.
Баш ҡала урамдары торошо хаҡында ла һүҙ булды. Мәҫәлән, ғәҙәттә, яҙлы-көҙлө һыу йыйылған Пугачев урамын мотлаҡ ҡайтанан проектлау кәрәк, тиелде онлайн сарала. “Реконструкция эшләнәсәк. Һыу йыйылмаһын өсөн юлды “күтәрергә” кәрәк. Был эште мотлаҡ атҡарыу мөһим”, – тине Алан Марзаев.
Урамдар тураһында һүҙ сыҡҡас, республика халҡының ошо мәсьәлә буйынса Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына йыш мөрәжәғәт итеүе хаҡында әйтелде. “Беҙ барлыҡ муниципаль райондарға был проблеманы яйға һалыу өсөн аҡса бүләбеҙ. Шуға башта урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр унда һеҙҙең мәсьәләне инҡар итһәләр йә дөрөҫ яуап бирмәһәләр, министрлыҡҡа еткерергә була", - тиелде сарала.
Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 305 километр юл һәм урам ремонтланған, 23 светофор, 248 юл билдәһе, 459 камера ҡуйылған һәм башҡа эштәр атҡарылған. Тик, үткән йылғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, юлдарҙа һәләк булғандар һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артыҡ кәмемәгән: 376 кеше, ни бары бер кешегә аҙыраҡ. Автомобилдәр бәрелешеүе сәбәпле әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлгән, йәрәхәтләнгәндәр бихисап. Үлемгә килтергән автоһәләкәттәрҙең 96 проценты федераль юлдарҙа теркәлгән. Министр әйтеүенсә, водителдәр йә тиҙлек режимын күҙәтмәй, йә рулгә эскән килеш ултыра. Билдәләнеүенсә, юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған 333 кешенең 94-е иҫерек булған. Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 29 кешене иһә ҡараңғы ваҡытта машина менән бәрҙергәндәр, 34 кешенең ғүмере юлды тәғәйенләнмәгән урындан үтеп барғанда өҙөлгән.
“Әгәр рулгә иҫерек килеш ултырмаһалар, үлем һаны ике тапҡырға кәмерәк булыр ине. Юл һәм транспорт хужалығы ғына был проблеманы яйға һала алмай. Ул комплекслы хәл ителергә тейеш, – тине Алан Марзаев. – Беҙҙең министрлыҡ тарафынан юлдар ваҡытында ҡарҙан таҙартылһа, юл һыҙыҡтары, билдәләре тәртиптә тотолһа, Эске эштәр министрлығы тарафынан водителдәр менән йәйәүлеләр контролдә булһа, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһә, мәктәптәр тарафынан тәрбиә эше алып барылһа, дөйөм хеҙмәт яҡшыраҡ һөҙөмтә бирәсәк. Мәктәп уҡыусыларының яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы әйберҙәрҙе тағыуы мөһим”.
Был йәһәттән Мәскәү водителдәре һәм йәйәүлеләренең идара итеү, йөрөү мәҙәниәтен иғтибарға алыу кәрәклеге хаҡында әйтелде онлайн конференцияла.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас