Иҡтисад
12 Ноября 2020, 19:15

Яңы проекттар хупланды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге яңы проекттар хупланды.
“Столыпин” емеш-еләк хужалығы директоры Радмир Ғәлиев Кушнаренко районында ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеү, туңдырылған еләк, балалар туҡланыуы өсөн һут һәм иҙмә етештереү үҙәге асыу проекты менән таныштырҙы. Уны ойоштороуҙа Башҡортостан дәүләт аграр университеты белгестәре ҡатнаша. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проектҡа һалым ташламаһы биреүҙе, инвестиция кредиты буйынса процент ставкаһын ҡаплауҙы хупланы. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республика Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы ғәмәлгә индерелгән эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк программаһы инвесторҙар өсөн өҫтәмә ташламаларҙы үҙ эсенә аласаҡ.
“Евразия-СИАН” компанияһы Ҡариҙел районында ағас эшкәртеү буйынса юғары технологиялы комплекс төҙөү проектын тормошҡа ашырыуҙы планлаштыра. Предприятие 2018 йылдан ағас әҙерләү менән шөғөлләнә. Инвестор, 223,7 миллион һум йүнәлтеп, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары, атап әйткәндә, йыһаз етештереү өсөн материалдар сығарырға ниәтләй. Компанияның генераль директоры Альберт Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, яңы производствоға сифатлы сеймал кәрәк.
Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов республикала тармаҡ бизнесына ҡуртымға биреү өсөн ҡулай участкалар банкы төҙөлөүе тураһында хәбәр итте. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проектҡа технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡапларға ҡарар ителде.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә бындай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса айырым кәңәшмә ойошторорға ҡушты.
– Ҡариҙел районына инвесторҙарҙы йәлеп итеү бик ҡыйын. Был биләмәлә эш башларға әҙер булған йүнселдәргә һәр йәһәттән ярҙам күрһәтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Юл буйы сервисы өлкәһендәге проект менән “Прогресс” компанияһының генераль директоры Игорь Зарипов таныштырҙы. Кушнаренко районында күп функциялы комплекс төҙөү тураһында һүҙ бара. Ул автозаправкалау станцияһын, автосервис пунктын, кафе һәм ҡунаҡхананы үҙ эсенә аласаҡ. Инвестор объект өсөн майҙансыҡ һайлаған да инде. Әле яңы комплекс буйынса проект документтарын әҙерләй.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар эшҡыуарҙың башланғысын хупланы. Проектҡа инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы булдырыуға сығымдың бер өлөшөн компенсациялау күҙаллана.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас