Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда быйыл Өфө урамдарын ремонтлау йомғаҡтары һәм киләһе йылға бурыстар тикшерелде.
Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Радмил Мөслимов әйтеүенсә, 2020 йылда дөйөм оҙонлоғо 54 километрҙан ашыу булған 59 участка төҙөкләндерелгән. Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө, 8 Март һәм Комсомол урамдарын реконструкциялау, Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлында тоннель һалыу дауам итә.
2021 йылда 47,7 километрлыҡ муниципаль юлды ремонтлау күҙаллана. Бынан тыш, Галле ҡалаһы урамында Ағиҙел йылғаһы аша һәм Шаҡша ҡасабаһында Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙәрҙе төҙөкләндереү проекттары эшләнгән. Уларға дәүләт экспертизаһы быйыл декабрҙә тамамланырға тейеш.
Республика Башлығы, автомобиль юлдарын төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса пландарҙы финанс ресурстарын иҫәпкә алып актуалләштерергә кәрәк, тип билдәләне.
– Быйыл ҡаланың үҙәгендә ҙур эш башҡарҙыҡ һәм халыҡтан ыңғай баһа алдыҡ. Өфө үҙгәрә башланы, – тине ул. – Киләһе йыл иғтибарҙы талап иткән урамдарҙы асыҡларға һәм финанслауҙы ҡайтанан ҡарарға кәрәк. Ибраһимов бульварын, Революция һәм Коммунистик урамдарын тәртипкә килтереү фарыз.
Башҡортостан Башлығы аҙна аҙағына тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенә юлдарҙы ремонтлауҙың ентекле картаһын тәҡдим итергә ҡушты.
“Транспорт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар ҡала электр транспортын яңыртыу мәсьәләһен тикшерҙе.