Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә йылытыу миҙгеленең нисек башланыуы тикшерелде.
Республиканың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов белдереүенсә, йыл башынан алып республика халҡынан йылытыу системаларының төҙөк булмауы тураһында 1233 мөрәжәғәт килгән. Инспекторҙар өс меңдән ашыу тикшереү үткәргән, уларҙың һөҙөмтәһендә 2148 етешһеҙлекте бөтөрөү тураһында акт төҙөлгән. Был былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
– Февраль һәм март айҙарында 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе корректировкалау буйынса мөрәжәғәттәр бик күп булды. Был ваҡытта ике фактор тура килде: йылылыҡ өсөн түләүҙең фактик файҙаланыуға күсеүе һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән халыҡтың үҙ-ара тура килешеүҙәргә күсеүе мәле ине, – тине Илдар Шафиҡов.
Быйыл яҙ дөйөм йорт иҫәп приборҙарын тикшергән саҡта 98 йортта етешһеҙлектәр асыҡланған. 2019 йыл өсөн йылылыҡ түләүе дөрөҫлөгөн тикшереү һөҙөмтәһе 253 күп фатирлы йортта йәшәгән кешеләргә 26,5 миллион һум аҡсаһын кире ҡайтарыу мөмкинлеге биргән.
Артабан да ошоноң кеүек проблемалар тыумаһын өсөн ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар һәм идара итеүсе ойошмалар халыҡҡа түләүҙе өҫтәп билдәләгән осраҡта был турала дәүләт комитетына һәм республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына мәғлүмәт еткерергә тейеш.
– Тышта әле ноябрь ғына, ә беҙҙә бөгөндән -20 градус. Быйылғы йылытыу миҙгеле ойошторолған һәм өҙлөкһөҙ үтер тип ышанайыҡ, – тине Радий Хәбиров.