Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә өҫтәмә ярҙам саралары тикшерелде.
Мәғлүм булыуынса, быйыл октябрҙә төбәк етәксеһе “Ауыл сәғәте” ултырышында эшкәртеү өлкәһендәге яңы проекттарҙы дәртләндереү программаһын төҙөргә ҡушҡайны. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ғәмәлдәге иҡтисади ҡеүәттең эшкәртеү тармағын Волга буйы федераль округында алдынғылар сафына сығарыу мөмкинлеген биреүе тураһында хәбәр итте. Бының өсөн бөтә тауарҙар төркөмө буйынса етештереүселәрҙән, эшкәртеүселәрҙән һәм сауҙа звеноһынан торған сылбырҙы төҙөргә кәрәк.
Министр шулай уҡ республикалағы продукттарҙы дөйөм етештереү күләме буйынса мәғлүмәт бирҙе. Бынын тыш, туҡтап ҡалған эшкәртеү предприятиеларына анализ яһалды. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, был ҡеүәттәрҙе яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙарға тәҡдим итәсәктәр.
Кәңәшмәлә шулай уҡ сауҙа тармағын үҫтереү тураһында һүҙ булды. Был өлкәлә ауыл хужалығы кооперативтарының мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланмаҡсылар. Әле 40-тан ашыу кооператив тәҡдимдәрен индергән. Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә муниципалитеттарҙың фекерен иҫәпкә алып, был тәҡдимдәрҙе эшкәртергә һәм киләһе кәңәшмәләрҙең береһендә индерергә ҡушты.
“Ауыл сәғәте”ндә шулай уҡ Башҡортостан Башлығының тармаҡ күрһәтмәләренең үтәлеше тикшерелде. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Урал аръяғы эшҡыуарҙарын ағас менән тәьмин итеү тураһында һөйләне.