Иҡтисад
18 Ноябрь 2020, 17:15

Радий Хәбиров – “Рәсәй транспорты” күргәҙмәһендә

Сарала Башҡортостан транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур инфраструктура проекттарына арналған экспозицияһын күрһәтте.

18 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары – Федераль юл агентлығы (“Росавтодор”) етәксеһе Андрей Костюк менән Транспорт аҙналығы нигеҙендә уҙғарылған ХVI “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара күргәҙмәһендә булды.
Сарала Башҡортостан транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур инфраструктура проекттарына арналған экспозицияһын тәҡдим итте. Төбәк экспозицияһы нигеҙен тәшкил иткән проекттар иҫәбенә Өфөнән көнсығыш яҡлап сығыу юлы, Интернациональ урамында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм баш ҡаланы көньяҡлап урап үткән тимер юлы инә.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев әйтеүенсә, өс проект та “Росавтодор”ҙа хуплау тапты. Мәҫәлән, Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын финанслауға алдан уҡ 2,3 миллиард һум аҡса бүленде. Был эште тиҙләтеү һәм проектты билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамлау мөмкинлеген бирәсәк. Министр федераль үҙәктең ҡалған проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы алымдарын ҡарауы тураһында белдерҙе.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас