Иҡтисад
19 Ноябрь 2020, 18:00

Мәскәүҙә – эш осрашыуы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллиндың эш осрашыуы булды.

19 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллиндың эш осрашыуы булды. Унда 2024 йылға тиклем республикала юл инфраструктураһын үҫтереү пландары, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы торлаҡ төҙөлөшө буйынса өс йыллыҡ план төҙөү буйынса фекер алыштылар.
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән һәм “Ипотека” федераль программаһы буйынса түбән процент ставкаларын ғәмәлгә индергән өсөн рәхмәт әйтте.
– Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуғын яҡлау фондының Күҙәтеү советы Башҡортостандағы йәнә 46 проблемалы йорт буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итте. Беҙ тағы ла 14 йортҡа ғариза бирҙек, – тине Радий Хәбиров. – Республика торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән 2020 йылды былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ тамамлай. Төҙөүселәрҙән 2,4 миллион квадрат метр көтәбеҙ. 2030 йылға тиклем “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәй алабыҙ. Әле иһә “Стимул” программаһына үҙгәрештәрҙең хупланыуын көтәбеҙ. Ул Ағиҙел аръяғында торлаҡ төҙөлөшөн башлау мөмкинлеген бирәсәк.
– Башҡортостан әүәл-әүәлдән һәр саҡ күп һәм яҡшы төҙөнө, – тине Марат Хөснуллин. – Һеҙҙә төҙөлөш комплексы ҡеүәтле һәм халыҡтың түләү һәләте лә сағыштырмаса насар түгел. Республика бик яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшер, тип ышанам.
Төҙөлөш министрлығы вәкилдәре кәңәшмәлә ипотеканы субсидиялау буйынса торлаҡ өсөн аҡса туплауҙың республика программаһына юғары баһа бирҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандың баш ҡалаһында транспорт комплексын һәм инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Был проект буйынса берлектәге саралар планы төҙөләсәк.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына килгәндә, быйыл Башҡортостанда эш раҫланған графикка ярашлы бара. Республика киләһе йылдарға яңы килешеүҙәр төҙөй.
– Килешеү уңышлы төҙөлгән осраҡта, юлсылар ресурсһыҙ ҡалмаһын өсөн федераль бюджеттан 2021 йылға милли проектҡа аҡса ғинуарҙа уҡ килә башлаясаҡ, – тине Марат Хөснуллин.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас