Иҡтисад
19 Ноябрь 2020, 13:00

Яңы йылға зәңгәр яғыулыҡ буласаҡ!

Баҡалы ауылының Көнбайыш биҫтәһендә газ үткәреү эше бына-бына тамамланасаҡ тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.

Баҡалы районы үҙәгенең Көнбайыш биҫтәһендә газ үткәреү эше бына-бына тамамланасаҡ тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.
Бында газ селтәре үткәреү проекты 90-сы йылдарҙа уҡ планлаштырылған, әммә тормошҡа ашырылмаған. Биләмәлә йорт һалыр өсөн күп балалы ғаиләләргә, бюджет өлкәһендә эшләгәндәргә һәм ташламалары булған башҡа төр граждандарға ике меңдән ашыу ер участкаһы бүлеп бирелгән.
Йылдан-йыл халыҡ иҫәбе арта, яңы йорттар ҡалҡа. Йәш ғаиләләр һаны ишәй бара. Әлбиттә, улар уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй. Зәңгәр яғыулыҡ та был йәһәттән тормошто яҡшыртыуҙың мөһим бер өлөшө ул. Был эштәрҙең барыһы ла федераль һәм республика программалары ярҙамы менән эҙмә-эҙлекле атҡарыла.
Былтыр Баҡалы ауылындағы Көнбайыш биҫтәһенең бер өлөшөндә газ селтәре үткәрелде. Республика ҡаҙнаһынан 24 миллион 600 мең һум аҡса бүленде, йәмғеһе 13,7 километр газ торбалары һалынған. Икенсе һәм өсөнсө сиратҡа бүленгән өлөштәрҙә эш быйыл йыл аҙағынаса тамамланасаҡ.
Газ үткәреүҙе республикала тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы атҡаралар. Бөгөнгә подрядсылар 40 километр оҙонлоғонда газ торбалары һалған да инде. Килешеү буйынса, декабрь аҙағында эш тулыһынса тамамланырға тейеш.
Газ хеҙмәте йорттарҙы газға тоташтырыу эшен башлаған. Дүрт урам зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана ла инде.
Фото: Баҡалы районы хакимиәтенән.
Читайте нас