Иҡтисад
20 Ноябрь 2020, 18:45

Электрон платформаларҙа - башҡорт тауарҙары

Башҡортостан 2020 йылдың ғинуар - октябрь айҙарында онлайн-һатыуҙар үҫеше буйынса илдә унынсы урында.

Иҡтисадтың тотороҡлолоғон нығытыу буйынса беренсел сараларға ярашлы, Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге тарафынан ALIBABA B2B-платформаһында 200-ҙән ашыу тауар позицияһы урынлаштырылған. Йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 400 самаһы итеү планлаштырыла.
“Әлеге ваҡытта Ebay маркетплейсында башҡорт етештереүселәренең биш монобрендлы магазиндарын булдырыу буйынса эштәр башҡарыла. Унда биш мең самаһы тауар позицияһы ҡуйыласаҡ, артабан уларҙы платформала һатыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Бынан тыш, “Etsy” майҙансығында 800-гә тиклем республика тауарын һатыу буйынса эштәр планлаштырылған”, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева.
Уның әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан экспортерҙарын электрон платформаларҙа уңышлы алға этәреү өсөн 5 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо арҡала предприятиелар үҙ тауарҙарын төп халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында тәҡдим итә алды. Был ярҙам сараһын артабан да дауам итеү ҡарала.
Башҡортостан 2020 йылдың ғинуар - октябрь айҙарында онлайн-һатыуҙар үҫеше буйынса илдә унынсы урында. Республика эшҡыуарҙары һатҡан тауарҙар һаны туғыҙ тапҡыр артҡан һәм ике миллион берәмек тәшкил итә. Иң ҙур ихтыяж менән файҙаланғандар - автотауарҙар, йорт өсөн тауарҙар, косметика, аҙыҡ-түлек, балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем, баш кейемдәре, уйынсыҡтар, бүләктәр, сувенирҙар, аксессуарҙар.
Alibaba Group – интернет-коммерция өлкәһендә эшләгән асыҡ ҡытай компанияһы.
Фото: yaikrb.rbsmi.ru
Читайте нас