Иҡтисад
21 Ноябрь 2020, 17:30

Ишембайҙың өҫтөнлөгө - махсус иҡтисади зона булыуҙа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ишембай районында ла булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ишембай районында ла булды. Унда сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү барышын ҡараны.
Иң тәүҙә төбәк етәксеһе “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙанына юлланды. Уның резиденттары предприятиеларын урынлаштырыу өсөн етештереү комплекстары төҙөй башлаған да.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында махсус иҡтисади зона булдырыу тураһындағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин быйыл май айында ҡул ҡуйғайны.
Махсус иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 470 гектар тәшкил итә. Уның ҙур өлөшөн энергетика, нефть химияһы, приборҙар төҙөү, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәләрендә предприятиелар булдырыусы резиденттар биләй.
Башҡортостан Башлығы яҡтылыҡ диодлы яҡтыртҡыстар һәм уның өсөн терәктәр төҙөгән “ЗУР” компанияһы, шулай уҡ йылына 500 комплект тегеү ҡеүәте булған эш, спорт кейеме етештереү буйынса “Аркада” тегеү фабрикаһының төҙөлөш майҙансыҡтары менән танышты.
Төбәк етәксеһе резиденттарҙың эш темпын юғары баһаланы.
– Күреүебеҙсә, яңы йылға тиклем бында беренсе биналар барлыҡҡа киләсәк. Ә киләһе йылдан предприятиелар эшләй башлаясаҡ. Шулай итеп, беҙ махсус иҡтисади зона биләмәһен тултырҙыҡ тиерлек, сиратта һаман инвесторҙар тора әле, – тине Радий Хәбиров. - Киләһе йылдан алып был проектты тағы ла үҫтерәсәкбеҙ, шуға күрә бөгөндән республика иҡтисадының яңы “үҫеш нөктәләре” тураһында уйлайбыҙ.
Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Башлығы райондың иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе – “Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Улар төрлө нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнә. Төп тауар – быраулау ҡулайламалары һәм нефть-газ скважиналарын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау өсөн күтәреү агрегаттары. Шул уҡ ваҡытта проектлау, әҙерләү тулыһынса автоматлаштырылған, был тиҙ арала етештерелгән ҡорамалды модификациялау, шулай уҡ яңыны эшләү мөмкинлеге бирә. Завод хеҙмәткәрҙәренең ғорурлығы – ауырлыҡ күтәреү һәләте 250 тонна булған күп күсәрле “Иҙел-250” шассиһына урынлаштырылған илдәге иң ҙур мобиль быраулау ҡулайламаһы.
Предприятиела әлеге ваҡытта яңынан техник ҡорамалландырыу программаһы тормошҡа ашырыла, уға ярашлы, файҙаланыуға яңы литей участкаһы индерелгән. Артабан механик цехты яңыртыу планлаштырыла – иҫкергән 140 станок яңы программала идара итеп булғандарына алмаштырыласаҡ.
Республика етәксеһе производствоның үҫеш һәм яңы башланғыстарына ярҙам мөмкинлектәрен Башҡортостандың Инвестиция комитеты ултырышында ҡарарға тәҡдим итте.
– Иҡтисадтағы ауыр хәлгә ҡарамай, һеҙ яңыртыуға ҙур аҡса һалаһығыҙ. Пландарығыҙҙы “Инвестиция сәғәте”нә әҙерләгеҙ һәм тәҡдим итегеҙ, ярҙам итеү юлдарын бергә уйларбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ бер нисә төр ташлама ала алаһығыҙ. Бынан тыш, Рәсәйҙең Сәнәғәт үҫеше фонды менән хеҙмәттәшлегегеҙ үҫешенә лә ярҙам итергә тырышырбыҙ.
Артабан Башҡортостан Башлығы “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән урынды - Ленин урамындағы 2-се һәм 4-се күп фатирлы йорттар ихатаһын ҡараны. Биләмәлә яңы асфальт түшәлгән, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған, хәүефһеҙ япмалы яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылған, кәртәләр, эскәмйәләр, урналар урынлаштырылған.
Бында йәшәгән кешеләр Радий Хәбировҡа ошондай программа булдырғаны өсөн рәхмәт әйтте. Хәҙер ихаталар уңайлы, матур, халыҡ уларҙан бик ҡәнәғәт.
Республика етәксеһе белдереүенсә, алдағы бер нисә йылда ҡаланың йәмәғәт инфраструктураһы күҙгә күренеп үҙгәрәсәк.
– Ишембай үҙгәрә башланы, һәм беҙ был эште дауам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – бында махсус иҡтисади зона барлыҡҡа килде, ул урындағы иҡтисадты үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – 2022 йылда республика беренсе Ишембай нефтен табыуға 90 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. Беҙ “Башнефть” менән был көнгә бергә әҙерләнеү буйынса һөйләшеү алып барабыҙ, ҡаланың иң мөһим йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас