Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Салауат ҡалаһына эш сәфәре дауам итә. Ул йәнә сәнәғәт предприятиеларында булды, социаль объекттарҙы ҡараны.
“Битум” компаниялар төркөмөнә ингән “Заманса битум материалдары” етештереү берекмәһе майҙансығында Радий Хәбиров юл битумын һәм уны етештереү өсөн сеймалды һаҡлау өсөн терминал-келәт комплексын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән танышты. Ул үҙ эсенә күләме 4900 кубометр булған 12 резервуарҙы ала. Бындай объектты булдырыу дефицит осоронда битумға хаҡтарҙың тотороҡлолоғон һәм юл төҙөлөшө ваҡытында юлсыларҙы кәрәкле тауар менән тулы кимәлдә тәьмин итә аласаҡ. Быйыл август айында әлеге проект “Инвестиция сәғәте”ндә хупланғайны.
– Был республика менән предприятиеларҙың хеҙмәттәшлек итеүенең ыңғай миҫалы, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр августа беҙ бында булдыҡ, һәм инвестор нефть шламдары менән тулған был ер участкаһын уға етештереү ойоштороу өсөн биреүҙе һораны. Ул тиҙ арала, бер йыл эсендә барыһын да төҙөп бөтөргә һүҙ биргәйне. Ярты миллиард һум самаһы аҡса һалдылар. Һәм, бына, барыһы ла тормошҡа аша ла башланы.
2018 йылдан алып компания Superpave PG системаһы буйынса модификацияланған битум етештереүгә күскәйне. Был инновациялы технология транспорт көсөргәнеше һәм климат шарттарын иҫәптә тотоп асфальт составын проектлау мөмкинлеге бирә. Ул юл япмаһының хеҙмәт итеү дәүерен оҙайта, ремонт һәм эксплуатация сығымдарын кәметә.
Әммә быйыл Башҡортостанда, күп юлдарҙа ремонт эшләү арҡаһында битум менән файҙаланыу артыуына ҡарамаҫтан, модификациялы битум һатып алыу күләме кәмей. Компания етәкселеге фекеренсә, юлсылар Superpave PG системаһын файҙаланыуҙы юл төҙөлөшө һәм ремонты проектын әҙерләгән этапта унда индермәүе менән бәйләй. Радий Хәбиров был мәсьәләне киләһе “Транспорт сәғәте”нең береһендә тикшерергә ҡушты.
– “Битум” компанияһы менән беҙ тап уларҙың яңы һөҙөмтәле битум төрө биргәне өсөн хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Юл ремонты сифаты яҡшы булһын өсөн, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр республикала битум файҙаланыу күләме 20 процентҡа артҡан. Беҙ, дөйөм алғанда, бик күп юлдар төҙөнөк. Хәҙер юлсыларға Superpave PG системаһы битумын ҡулланырға тәҡдим итәсәкбеҙ, улар ҙа яңы, сифатлы кимәлгә күсһен.
Салауат ҡалаһында Башҡортостан Башлығы ҡала дауаханаһының яңы корпусын ҡараны. Уны 30 ноябрҙә файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. 6,7 мең квадрат метрлыҡ алты ҡатлы бинала неврология, кардиология һәм терапия бүлексәләре, оториноларингология өсөн урындар, паллиатив медицина ярҙамы һәм травматология пункты буласаҡ. Декабрь аҙағында бында ангиография комплексы эш башлай, ә 2021 йылда – компьютер томографы. Корпусты төҙөү хаҡы 371 миллион һум тора, уның 98 миллион һумы заманса ҡорамал һәм йыһаз өсөн тотонолған.
Радий Фәрит улы дауахананың кадрҙар менән тәьмин ителеүе, артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләште һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хирургия корпусын артабан ремонтлау йәки реконструкциялау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Артабан Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы ярында булды. Бында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә биләмәне төҙөкләндереү дауам итә. Проект ике йылға иҫәпләнгән. Быйыл 129 миллион һум аҡса алынған, уның 120 миллионы – федераль бюджеттан. Беренсе этап барышында яҡтыртыу системалары эшләнгән, амфитеатр, сисенеү бүлмәләре, павильон, йүгереү юлы һалынған, биләмә йәшелләндерелгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, асфальт һәм экобурса түшәлгән. Тик подрядсы ойошма был эштәрҙе ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай.
Был быйыл майҙа яр буйын төҙөкләндереү эштәренә конкурста “МегаСтройМонтаж” ойошмаһы еңеүенә бәйле. Улар күпкә арзан хаҡтар тәҡдим иткән. Тик контактҡа ҡул ҡуйылғандан һуң өс дауамында бер нәмә лә эшләмәгәндәр. Һөҙөмтәлә ҡала улар менән контрактты өҙгән һәм яңы конкурс иғлан иткән. Уның еңеүсе “Башальянсстрой” йәмғиәте эштәргә сентябрь айында ғына тотонған.
Радий Хәбиров был хәл менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе, был - ҡала менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе, тип билдәләне.
Төҙөкләндереүҙең икенсе этабын 2021 йылда тормошҡа ашырасаҡтар. Был маҡсатҡа 53 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.