Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты Инстаграмда тура эфирҙа (instagram.com/gkrbp2020) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына муниципалитеттар аша бирелгән республика субсидиялары тураһында брифинг үткәрҙе.
Һорауҙарға Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры урынбаҫары Рөстәм Байбурин, Күмертау ҡалаһының, Шишмә һәм Өфө райондарының бизнес-шерифтары яуап бирҙе.
Рөстәм Байбурин белдереүенсә, быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, үҙмәшғүлдәргә ярҙам маҡсатында республика бюджетынан 334 миллион һум аҡса бүленгән. Был уҙған йылға ҡарағанда өс тапҡырға күп. Шулай уҡ район һәм ҡала муниципалитеттары бюджетынан 60 миллион һум ярҙам бүленәсәк. Был субсидияның өҫтөнлөгө шунда – проценттар ҙа, аҡса ла кире ҡайтарылмай. Йүнселдәргә төп талап – өҫтәмә эш урындары асыу. Мәғлүм булыуынса, хеҙмәт урындары булдырмағандар тик стартап өсөн субсидияға өмөт итә ала. Уның суммаһы 100 мең һум тәшкил итә. Әгәр ҙә дүрт кешегә эш урыны булдырһа, 300 мең һумға тиклем ярҙам ҡаралған. Рөстәм Байбурин, һорауҙар тыуғанда, үҙенә күп каналлы телефон аша шылтыратыу мөмкинлеге хаҡында ла белдерҙе.
Күмертау ҡалаһының бизнес-шерифы Артем Дьяченко белдереүенсә, Күмертау моно-ҡалалар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса һиҙелерлек алға киткән, ошо йүнәлештә иң яҡшы унау иҫәбенә ингән. Унда йүнселдәргә субсидия бүлеү өсөн республика бюджетынан 6,4 миллион һум аҡса алынһа, ҡала бюджетынан өс миллион һум ярҙам ҡаралған. Эшҡыуарлыҡ хәрәкәтенең төрлөлөгө лә артҡан. Мәҫәлән, былтыр бер йүнсел “Андерсен” икмәкхана селтәрен асыу өсөн бер миллион һум субсидия алған, әле уңышлы хеҙмәт күрһәтә. Ғөмүмән, һәр кеше үҙ эшен асыу, үҫтереү мөмкинлегенә эйә, сикләүҙәр юҡ.
Өфө районының бизнес-шерифы Рөстәм Саматов әле уларҙа субсидия алыуға 70 ғариза килгәне хаҡында белдерҙе. Араларында ярҙамдың 11 төрөнә лә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр бар. Районда субсидия буйынса документтарҙы ҡабул итеүҙе 7 декабргә тиклем оҙайтҡандар.
Шишмә районының бизнес-шерифы Илдар Әсәҙуллин белдереүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында урындағы хакимиәт бюджетынан – бер, ә республиканыҡынан 4,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Улар ҙа документтарҙы ҡабул итеүҙе 3 декабргә тиклем оҙайтҡан. Әле 30-ҙан ашыу эшҡыуар ярҙамға ғариза тапшырған. Улар араһында сауҙа һәм ярымфабрикаттар етештереү йүнәлештәре өҫтөнлөк итә. “Ярҙам аҡсаһы ҡасан бирелә?” тигән һорауға Илдар Әсәҙуллин: “Конкурс уҙғас, еңеүселәр билдәле була. Ойоштороу процедураһынан һуң аҡса күсерелә башлай”, – тип яуапланы.
Рөстәм Байбурин белдереүенсә, ҡорамалдар һатып алыуға 300 мең һумға тиклем субсидия бүлеү ҡаралған. Ярҙам аҡсаһын эште үҫтереүгә булышлыҡ иткән йүнәлештә ҡулланыу рөхсәт ителә, әммә еңел автомобилдәр, һауа судноһы кеүек әйберҙәр алыу тыйыла. Үҙмәшғүлдәргә 12 мең һумға тиклем ярҙам ҡаралған, әммә был осраҡта ла айырым талаптарҙы үтәү талап ителә.