Иҡтисад
20 Ноябрь 2020, 20:45

Тағы 18,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисади тотороҡлолоҡто нығытыу өсөн ярҙам сараларының өсөнсө пакетын әҙерләне.

Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисади тотороҡлолоҡто нығытыу өсөн ярҙам сараларының өсөнсө пакетын әҙерләне. Был турала көрсөккә ҡаршы штаб ултырышы барышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
"Бөгөн көрсөккә ҡаршы штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙек. Беҙҙең бурыс – бизнесҡа пандемия шарттарында ярҙам сараларының өсөнсө пакетын әҙерләү. Уның яҡынса суммаһы 18,5 миллиард һум булыр тип күҙаллана", – тине Андрей Назаров.
Пакет буйынса эш 8-11 декабрҙә Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһына ҡарай тамамланырға тейеш.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, өсөнсө пакетҡа 65 ярҙам төрө инәсәк.
"Беҙ уны әҙерләгән саҡта бизнестың ихтыяжын иҫәптә тоттоҡ. Зыян күргән бар тармаҡтарға ярҙам күрһәтеү мөһим", – тине ул.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев фекеренсә, коронавирус пандемияһынан иң ҙур зыян күргән иҡтисад тармаҡтарының береһенә республиканың ҡулланыусылар баҙарын индерергә була.
"Ярҙам ниәтендә, хужалыҡ итеүсе субъекттарға 150 миллион һумдан ашыу федераль һалым ташламалары бирелде. Уларҙың 47,6 миллион һумы - йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, 102,9 миллион һумы көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән ойошмаларға йүнәлтелде", – тине ул.
Алексей Гусев өсөнсө пакетҡа индерергә тәҡдим иткән тармаҡтар урындағы тауар етештереүселәргә һәм сауҙа селтәрҙәренә ҡағылды.
Туризм өлкәһен үҫтереү өсөн геопарктар булдырыу, отелдәрҙе реновациялау, яңы маршруттар эшләгәндәрҙе дәртләндереү, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән туристар йәлеп итеүсе туроператорҙар сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау тәҡдим ителде.
"Был саралар республикаға туристар ағымын арттырыу һәм был секторҙа эшлекле әүҙемлекте көсәйтеүгә йүнәлтелгән", – тине Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.
Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, сәнәғәт етештереүе өлкәһендә дәүләт ярҙамы булараҡ, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ағас эшкәртеү ҡорамалдары, техника алыу өсөн сығымдарҙың өлөшөн ҡапларға һәм был программаны 2024 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһы һәм химик саралар алыу буйынса финанс ярҙамын дауам итеү мөһим.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Читайте нас