Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү буйынса “Цемикс” компанияһы заводын төҙөү тамамланып килә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың Әбйәлил районына эш сәфәре булды. Уның барышында Магнитогорск ҡалаһы тирәләй урау трассаны Дәүләт – Әлмөхәмәт юл участкаһы менән тоташтырған автомобилдәр юлы асылды, шулай уҡ “Цемикс” компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың айырым аспекттары хаҡында һөйләшеү булды.
Транспорт хордаһы төҙөлөшө 2018 йылда старт алғайны. Шулай уҡ тимер юл аша юл күпере һалынғайны. Капиталь һалыуҙар күләме 250 миллион һум тирәһе тәшкил итте. Уны файҙаланыуға тапшырыу менән эргә-тирәләге ауылда йәшәгән кешеләрҙең Магнитогорск ҡалаһына барыу ваҡыты ла һиҙелерлек ҡыҫҡарасаҡ. Ул шулай уҡ инвестор – “Цемикс” компанияһы – ихтыяжын иҫәпкә алып проектланған. Төҙөлгән заводҡа технологик ҡоролмаларҙы һәм материалдарҙы килтергән йөк транспорт сараларының хәрәкәте туҡтау менән унда асфальт түшәләсәк.
Етештереү майҙансығының үҙендә “Цемикс” компанияһы һәм селтәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында электр объекттарын, шул иҫәптән электр үткәргестәрҙе, трансформаторҙы, бүлеү подстанцияларын проектлау, төҙөү барышы ҡаралды. Яҡын арала төҙөлөштөң әүҙем фазаһы башланасаҡ.
"Был завод – Урал аръяғының урта сроклы комплекслы иҡтисади үҫеш программаһындағы эре инвестиция проекттарының береһе. Ул Башҡортостанда ғына түгел, тотош ил өсөн мөһим. Бөгөн инвестор Йозефо Ласселсбергер тарафынан 5,2 миллиардтан ашыу аҡса һалынған. Планда – инвестициялар күләмен 14 миллиард һумға тиклем еткереү. Яҡынса 220 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, – тип белдерҙе Илшат Тажетдинов. –Импортҡа алмаш һиҙелерлек һөҙөмтәле. Рәсәйҙә аҡ цементҡа булған ихтыяждың өстән берҙән кәмерәк өлөшө ватан етештереүе менән ҡаплана. Заводты эшләтеп ебәреү ошо дисбалансты бөтөрөү мөмкинлеген бирәсәк. Тәү сиратта ауыл хужалығы районы булған Әбйәлил тарихта беренсе тапҡыр сәнәғәт үҫеше йәһәтенән ошондай ҡеүәтле предприятиеға эйә булды.
Бында юғары етештереүсәнлеккә эйә заманса һәм экологик йәһәттән ышаныслы ҡоролма ҡуйылған. Унда төрлө ҡоро ҡатышмаларҙың киң номенклатураһы сығарыласаҡ. Йыл һайын 200 мең тоннаға тиклем аҡ цемент, 100 мең тонна микрокальцит, шулай уҡ 300 мең тоннаға тиклем ҡоро төҙөлөш ҡатышмаһы етештереү планлаштырыла.
«Цемикс» компанияһы ҡараған «Ласселсбергер» холдингы – Евросоюз илдәрендә керамик плитә етештереү буйынса иң алдынғы предприятиеларҙың береһе. Ул – 100 йылдан ашыулыҡ тарихы булған, 20-нән күберәк илдең, тәү сиратта Көнсығыш һәм Көнбайыш Европаның, Рәсәйҙең, Көньяҡ-көнсығыш Азияның 70-кә яҡын заводын берләштергән халыҡ-ара концерн. Керамик плитә, ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары, каолин һәм башҡа минераль материалдар етештереүгә махсуслашҡан. Продукция «Rako» һәм «Cemix» брендтары аша билдәле. Холдингтың керамик плитә етештереү буйынса эре заводтарының береһе республиканың Өфө районында урынлашҡан.