Иҡтисад
20 Ноябрь 2020, 19:00

Яңы проекттар ҡаралды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматындағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн 20 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматындағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
“Турбаҫлы бройлеры” компанияһының хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм экология буйынса директоры Зәлим Абазов предприятие биләмәһендә Благовещен районында заманса таҙартыу ҡорамалдары булдырыу проектын тәҡдим итте. Уларҙы быйыл декабрҙә төҙөй башлаясаҡтар. Был тирә-яҡ мөхиткә көсөргәнеште кәметәсәк, шулай уҡ планға ярашлы ҡош итен баҙарға килтереүҙе арттырасаҡ.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар төҙөлөшкә һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы раҫланы. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡошсолоҡ фабрикаһының артабанғы үҫеше буйынса башланғыстарҙы яңы инвестиция проекты форматында формалаштырырға тәҡдим итте.
"Документтар әҙерләгеҙ, “Инвестиция сәғәте”нә килегеҙ, беҙ бында оператив рәүештә кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республика баҙары күләме ҡош ите етештереүҙе бик етди үҫтереү мөмкинлеге бирә".
“Нефтепродуктсервис” компанияһының генераль директоры урынбаҫары Игорь Зорин М5 “Урал” һәм М7 “Волга” федераль трассалары буйлап Өфө, Кушнаренко райондарында дүрт күп функциялы юл буйы сервисы комплекстары булдырыу проекты тураһында һөйләне. Улар үҙ эсенә ҡунаҡхана, кафе, АЗС, автосервис һәм машиналар ҡуйыу пункттарын ала. Дөйөм хаҡы 400 миллион һум самаһы булған объекттарҙа 140-тан ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Фекер алышыу барышында инвесторға инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау, торгтарһыҙ кәрәкле ер участкаларын биреү мәсьәләһе хәл ителде. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, юл буйы сервисына индерелгән дөйөм инвестициялар күләме 5,5 миллиард һумға еткән. Дәүләт ярҙамы алыу шарттары менән республиканың Инвестиция порталында танышырға була.
"Башҡортостанда ҙур туристик объекттар барлыҡҡа килеүе һәм автоюлдар селтәре яңырыуы менән республика халҡы, ҡунаҡтары төбәк биләмәһе буйлап әүҙемерәк йөрөй башлаясаҡ. Ошо саҡта уларҙың сифатлы хеҙмәтләндереү ала алыуы ла бик мөһим. Шуға күрә беҙгә яңы тармаҡ проекттары ҡыҙыҡ", – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда альтернатив энергетика тармағындағы ике проектты Optimum Solar венгер компаниялар төркөмө тормошҡа ашырмаҡсы. Һүҙ Ишембай районындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ҡояш батареялары һәм улар өсөн терәгестәр етештереү буйынса инновациялы завод төҙөү тураһында бара. Яңы етештереүҙәрҙә, дөйөм алғанда, 100-ҙән ашыу кеше эшләйәсәк.
Компаниялар төркөмөнөң Рәсәйҙәге вәкиле Ференс Ковач белдереүенсә, инвесторҙар республиканың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә ер участкаһы һайлап алған һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың юл картаһын формалаштыра башлаған. Дөйөм һалынған аҡса күләме 2,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Заводтар 2021 йылда төҙөлә башлаясаҡ.
Ярҙам сифатында проекттар махсус иҡтисади зона өсөн ҡаралған преференциялар аласаҡ. Шул иҫәптән һалым ташламалары һәм кәрәкле инженер инфраструктураһын индереү инә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас