Иҡтисад
21 Ноября 2020, 14:25

Завод продукцияларына - юғары баһа

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән республиканың ҙур сәнәғәт үҙәге булған Салауат ҡалаһында.

Бөгөн, 21 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән республиканың ҙур сәнәғәт үҙәге булған Салауат ҡалаһына юлланды. Төбәк етәксеһе нефть химияһы тармағындағы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү менән танышты, социаль объекттарҙы ҡараны.
Ҡаланың алдынғы предприятиеларының береһе булып былтыр 65 йыллығын билдәләгән Салауат катализатор заводы тора. Ул - Рәсәйҙә нефть газы тармағы өсөн катализаторҙар һәм адсорбенттар эшләгән иң ҙур етештереүселәрҙең береһе. Заводтың тауар ассортименты үҙ эсенә 70 самаһы әйберҙе ала, улар химия менән металлургиянан башлап ауыл хужалығына тиклем бик кәрәк.
Былтыр мартта үткән “Инвестиция сәғәте” барышында заводтың генераль директоры Дмитрий Медведев инвестиция күләме 1,1 миллиард һумдан ашыу булған порошоклы силикагель етештереүсе ҡулайлама төҙөү проектын тәҡдим иткәйне. Уның белдереүенсә, Рәсәйгә был тауарҙы, ҡағиҙә булараҡ, сит илдән килтерәләр, шуға күрә яңы ҡулайламаны эшкә ҡушыу Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисадының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.
Завод майҙансығында Радий Хәбиров ҡеүәте 4,5 мең тонна булған яңы етештереүҙең беренсе сиратын ҡарап сыҡты һәм предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Дмитрий Медведев белдереүенсә, 2016 йылдан алып Салауат катализатор заводы эшмәкәрлекте яҡшыртыу һәм етештереүҙе киңәйтеүгә 1,5 миллиард һум самаһы инвестиция һалған. Был өҫтәмә 200 хеҙмәт урыны булдырыу мөмкинлеге биргән.
Завод өсөн киләсәкле йүнәлеш булып аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм агросәнәғәт комплексы өсөн инновациялы тауарҙар етештереү тора. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 40-тан ашыу предприятиеһы бындағы һыра стабилизаторын баһалаған. Шулай уҡ заводтағы үҫеш регуляторын файҙаланып яһалған тәжрибәләр картуф һәм башҡа тамырлыларҙың уңдырышлылығы 40 процентҡа тиклем артҡанын күрһәткән.
Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына Башҡортостан биләмәһендә эшләгән ҙур һыра етештереү заводтары менән Салауатта етештерелгән стабилизаторҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр үткәрергә ҡушты. Ә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы үҫеш регуляторы һәм мал аҙығы өҫтәмәләре һөҙөмтәлелеген өйрәнергә һәм “Ауыл хужалығы сәғәте”ндә уны төбәктең бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында пилот вариантында файҙаланып ҡарарға тейеш.
Завод етәкселеге порошоклы силикагелгә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы кимәлендә экспертиза үткәреүҙә һәм артабан тауарҙы тематик күргәҙмәләрҙә ҡатнашып һатыуҙа ярҙам итеүҙе һораны. Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына заводҡа был йүнәлештә булышлыҡ күрһәтергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас