Быйылғы йылдың тәүге ун айында республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре дөйөм хаҡы 8,2 миллиард һумлыҡ 2800 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамал һатып алған. Был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 2,7 миллиард һумға күберәк. Ошо турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Уның белдереүенсә, “Росагролизинг”тың субсидия программаһы ярҙамында яңы техника һатып алыуҙы былтырғы менән сағыштырғанда өс тапҡырға арттырыуға өлгәшкәндәр. Иң күп килешеүҙәрҙе Шишмә, Благовар, Илеш һәм Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары төҙөгән. Ә бына Архангел, Балтас, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ҡалтасы райондары бер килешеү ҙә төҙөмәгән. Шул уҡ ваҡытта агролизинг программаһы бик күп ташламалар һәм льготаларҙы күҙ уңында тота.
– Минең район хакимиәттәре башлыҡтарына һорауҙарым күп. Ни өсөн берәүҙәрҙә инвестиция үҫеше бара, ә икенселәрҙә юҡ? Ни өсөн берәүҙәр әүҙем рәүештә техника һатып ала һәм баҫыу кампанияларына әҙерләнә, ә икенселәр еңел генә ҡарай? – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе декабрь башында Өфөлә 2021 йылғы сәсеү кампанияһына әҙерлеккә арналған кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Унда тағы бер тапҡыр ғәмәлдәге программалар, агросәнәғәт предприятиелары өсөн булған ташлама һәм льготалар, агростраховкалау өҫтөнлөктәре тураһында һөйләйәсәктәр.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2019 йылдан алып климатҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр сәбәпле алынған зыянды тик агростраховка килешеүе булғанда ғына федераль бюджеттан ҡаплаясаҡтар. Шулай уҡ страховка ауыл хужалығы субсидияларын алған саҡта өҫтөнлөктәр бирә.
– Уҙған шәмбе беҙ Салауат ҡалаһының катализатор заводында булдыҡ. Улар үҫемлектәр өсөн үҫеш регуляторҙарҙы файҙаланып төрлө тәжрибәләр үткәргән, – тине Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәлә томат, картуф һәм башҡа тамырлыларҙың уңыш кимәле 40 процентҡа артҡаны асыҡланған.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, предприятие аграрийҙарға уларҙы һынап ҡарау өсөн бушлай бирергә һәм тағы бер тапҡыр һөҙөмтәлелеген дәлилләргә йыйына. Артабан уны бөтә республика өсөн һатып алыу башланасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына үҫеш регуляторҙары һәм мал аҙығы ҡушылмаларының һөҙөмтәлелеген тикшерергә, уларҙы ауыл хужалығында файҙалана башларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.