Иҡтисад
23 Ноябрь 2020, 17:00

“Хакимиәт башлыҡтары үҙ биләмәһендәге һәр эшҡыуарҙы белергә тейеш”

2021 йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҫәбе алынасаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә әйтелде.

2021 йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҫәбен алыу үткәреләсәк. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмә барышында әйтелде.
"Әгәр муниципалитет башлығы эшҡыуарҙар иҫәбен белмәй, улар менән бәйләнештә түгел икән, тимәк, был етәксенең хеҙмәтен һөҙөмтәле тип әйтеп булмай, – тине Андрей Назаров. – Муниципалитет башлыҡтары үҙ биләмәһендәге һәр йүнселде белергә, уларҙың эше өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейеш".
Ул башлыҡтарға бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тураһында мәғлүмәт йыйыу буйынса эште тиҙ арала ойошторорға, уларҙы реестрға индерергә ҡушты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың хәбәр итеүенсә, статистика органдары биш йыл һайын эшҡыуарҙарға тулыһынса статистика күҙәтеүе үткәрә. Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте төбәктәге микропредприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар буйынса төп капиталға инвестициялар нисбәтен билдәләй. Был эшкә әҙерлек барышында, республика Башлығы ҡушыуына ярашлы, муниципалитеттар тарафынан ойошмаларҙың реестрҙары формалаштырылған.
"Ағымдағы йылдың 10 ноябренә ҡарата Федераль һалым хеҙмәтенең Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берҙәм реестрындағы 121,2 мең бәләкәй һәм урта ойошмаһының 94,1 меңе тураһындағы мәғлүмәттәр индерелгән. Был – дөйөм һандың 77,6 проценты", – тине Рөстәм Моратов.
Читайте нас