Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы үҙен борсоған бер темаға иғтибар итмәй ҡалманы. Ул торлаҡ-коммуналь тармаҡта муниципаль һатып алыуҙарҙа тәртип булдырыуға бәйле ине. Был турала ул ял көндәре Салауат ҡалаһында булғандан һуң ныҡлы уйланған.
– Ошоға тиклем ҡалаларҙа ихаталарҙы ремонтлайҙар. Ә беҙ башҡарыусыларға аҡсаны ваҡытында күсергәйнек. Тик Салауат ҡалаһына ғына ошо маҡсаттарҙа 150 миллион һум бүлдек, – тине Радий Хәбиров. – Дөрөҫөн әйтәм, шундай уй килде: ҡыш ихаталар ремонтлаған муниципалитеттар башлыҡтарына икенсе йылға финанслауҙы кәметергә. Тик ни өсөн халыҡҡа бәлә һалырға? Уларҙың элекке етәкселеге эшләп еткермәгәнгә Салауат кешеләре ғәйепле түгел бит. Мин һәр ваҡыт хакимиәт башлыҡтары менән яҡшы һөйләшәм. Тик үҙемдә һорау тыуа: һеҙ ҡасан был йәһәттән әҙәмсә эшләй башлайһығыҙ?
Радий Хәбиров декабрҙә муниципалитет башлыҡтары менән үтәсәк кәңәшмәнең көн тәртибенә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшмәкәрлеген яйға һалыу мәсьәләһен индерергә ҡушты.
Төбәк етәксеһе был тәңгәлдә тағы бер мәсьәлә тураһында фекер алышырға саҡырҙы. Ул да булһа “сәнәғәт патриотизмы” темаһы.
– Мин даими рәүештә беҙҙең эшкә сәнәғәт патриотизмы тигән терминды индерәм. Һүҙ дәүләт һәм муниципаль ихтыяж өсөн республикала һәйбәт сифат, дәғүәләшерлек хаҡ менән етештерелгән тауарҙар һатып алыу тураһында бара, – тине Радий Хәбиров. – Һәм Контроль идаралығынан нимә күрәм? Яҡтыртҡыстарҙы – Санкт-Петербугтан, тротуар плитәһен Мәскәү өлкәһенән һатып алалар. Ә ошондай уҡ тауарҙы үҙебеҙҙә - Башҡортостанда етештерәбеҙ. Ни эшләп беҙҙә булған нәмәне ситтән индерергә? Был бит - артыҡ транспорт сығымдары ла.
Мәҫәлән, Дүртөйлө районы яҡтыртҡыстарҙы Санкт-Петербургтан алмаҡсы, ә Башҡортостанда уны кәмендә өс предприятие етештерә. Ә Мәскәү өлкәһенән һатып алынасаҡ плитәне килтереү өсөн генә өс миллион һум аҡса сарыф ителәсәк. Уларға һәр береһе өсөн транспорт сығымы 113 мең һум тәшкил иткән 24 машина кәрәк. Эйе, был хәл Дүртөйлөлә генә түгел. Кәмендә 20 ҡала һәм район сит төбәктәрҙән яҡтыртҡыстар, тротуар плитәһе, балалар уйын майҙансыҡтары һәм башҡа тауарға заказ биргән. Үҙебеҙҙә балалар майҙансыҡтары етештерелә, ә 25 төбәк уны сит өлкәнән алмаҡсы. Улар өсөн хәүефһеҙ япмаларҙы – 23 район, яҡтыртҡыстарҙы 22 район ситтән алырға уйлай.
Төбәк етәксеһе министрлыҡ һәм контроль ведомстволарына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ихтыяжы өсөн һатып алынған әйберҙәргә ревизия үткәрергә ҡушты. Унда барлыҡ шикле финанс схемаларын асыҡларға һәм, кәрәк булһа, коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәр башларға тура киләсәк.
– Яңыраҡ бер аҡыллы эшҡыуар менән һөйләшкәйнем, – тине Радий Хәбиров. – Минең, ни өсөн муниципалитеттар беҙҙәге сифатлы һәм арзан тауар урынына уны ситтән һатып ала, тигән һорауыма ябай ғына аңлатма бирҙе: "Аҙ кеше араһында эш иткәндә, үҙеңдең мәнфәғәтеңдә бүлешеү уңайһыҙ һәм хәүефле, ә сит өлкәнән алһаң, был йәһәттән еңелерәктер".