“Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә (ТОСЭР) заманса ит эшкәртеү комбинаты төҙөләсәк. Дөйөм инвестиция күләме 10 миллиард һум тәшкил итәсәк һәм был проект бөгөн республикала иң ҙурҙарҙан һанала. “Таврос” компанияһы предприятиела үҙенең сусҡасылыҡ комплекстарында үрсетелгән сусҡа итен эшкәртергә һәм колбаса изделиелары, деликатестар етештерергә йыйына. Ҡеүәтенә килгәндә, йылына бер миллион баш мал һуйыласаҡ, 92 мең тонна ит эшкәртеләсәк.
Бөгөн Бәләбәй районына эш сәфәре барышында төҙөлөш майҙансығын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡараны. Башҡортостан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин хәбәр итеүенсә, предприятиеның дөйөм майҙаны 70 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
“Алдан планлаштырғанса, 1200 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Эшмәкәрлек тулы ябыҡ циклда ойоштороласаҡ. Беренсе этапта ит-колбаса изделиелары етештереүгә тәғәйенләнмәгән цехтар төҙөләсәк. Компания әле үк проект-тикшереү эштәре, ваҡытлыса электр менән тәьмин итеү, ваҡытлы юл һалыу һәм төҙөлөш майҙансығын әҙерләү өсөн 100 миллион һум аҡса йүнәлтте”, – тине Ринат Зәйнуллин.
Дөйөм 9,8 миллиард һум инвестицияның 1,5 миллиард һумы - Башҡортостандың Төбәк фондынан, Рәсәй банктарынан – 8,1 миллиард һум, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондынан алынған заем 1 миллиард һумға тиклем, ошо уҡ фонд аша инфраструктура объекттарын финанслаштырыу өсөн 1,6 миллиард һум алынасаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырып бөтөүҙең һуңғы срогы – 2039 йыл.
Әлеге ваҡытта Һаҡлыҡ банкы менән “Промсвязьбанк”ты оҙайлы финанс проектына йәлеп итеү буйынса эштәр алып барыла. Ноябрь аҙағында инфраструктура объекттары сығымдарын финанслау өсөн заявка формалашып бөтәсәк.
“Таврос” компаниялары төркөмө идараһы аҫтында 124,4 мең гектар ер активтары, тере ауырлыҡта йылына 58,6 мең тонна ит етештергән сусҡасылыҡ комплекстары, ҡеүәте йылына 89 мең тонна шәкәр етештергән шәкәр заводы, элеватор ҡеүәте 120 мең тонна һәм ҡушма мал аҙығы әҙерләү ҡеүәте сәғәтенә 40 тонна булған етештереү тармаҡтары бар. Кластерҙың хеҙмәткәрҙәре һаны 3 меңдән ашыу. Түләнгән һалым күләме йылына 400 миллион һум тәшкил итә. Холдингтың һигеҙ йыл эсендә индергән инвестицияларының дөйөм кимәле 17 миллиард һумдан ашҡан. Инвестиция проекты сиктәрендә тағы 1128 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
“Был Бәләбәй өсөн дә, республика өсөн дә бик мөһим булған ит эшкәртеү комбинаты проекты. Төҙөлөштө башлау өсөн майҙансыҡ әҙерләнгән. 10 миллиард һумға торошло инвестиция, 1200 эш урыны. Был республикала уңайлы инвестиция климаты булдырыу һөҙөмтәһе, ул хатта пандемия шарттарында ла проекттарҙы туҡтатмау мөмкинлеге бирә”, – тип яҙҙы был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Фото: Дмитрий Мөхәмәтҡолов.