Иҡтисад
24 Ноябрь 2020, 16:45

Хеҙмәттәшлекте үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү маҡсатында

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы Бөтә донъя инвестиция агентлыҡтары ассоциацияһына инде.

Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы Башҡортостан менән Бөтә донъя инвестиция агентлыҡтары ассоциацияһы (WAIPA) араһындағы килешеүгә ярашлы ошо ассоциацияға инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
– Бындай ҡарар республикаға донъяла танылыу яулау, төбәктәге инвестиция шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Ассоциацияға инеү сит ил бизнесының ышанысын арттырасаҡ, Башҡортостанға сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн шарттар тыуҙырасаҡ, – тине Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Уның билдәләүенсә, ассоциацияның төп маҡсаты – инвестиция агентлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек, илгә һәм төбәктәргә инвестиция йәлеп итеү, тәжрибә алмашыу.
Фото: economy.bashkortostan.ru
Читайте нас