“Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы һаҡсыл технологияларҙы ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә производствола имгәнеү осраҡтары кәмегән.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, ярты йыл эсендә пилот участкаһында етештереүҙәге кәмселектәр 55,9 процентҡа кәмегән, ә етештереү ваҡыты 7,4 тапҡырға ҡыҫҡарған.
Әйткәндәй, предприятиела һаҡсыл етештереү ғәмәлдәре юл плитәләре сығарыуға ҡағыла. Мәғлүм булыуынса, уны етештергәндә ресурстар күпләп сарыфланған, кәмселектәр ҙә, юғалтыуҙар ҙа байтаҡ булған. Милли проект сараларын тормошҡа ашырыу нигеҙендә хеҙмәткәрҙәр көсө мөмкин тиклем аҙыраҡ файҙаланыу, эшкә әҙерләнеү, башҡарыу һәм уны аҙағына еткереү этаптарын һиҙелерлек ҡыҫҡартыу мөмкинлеге тыуған.
Әле Башҡортостан Республикаһында 87 предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнаша.
Фото: economy.bashkortostan.ru