Иҡтисад
24 Ноябрь 2020, 09:00

Һәр кем эшле булһын өсөн

Яңы программа алты йылға иҫәпләнгән, уны тормошҡа ашырыу өсөн 7,5 миллиард һум аҡса бүленә.

Башҡортостанда халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә арналған алты йыллыҡ ҙур программа эшләй башлай. Мөһим ҡарар Хөкүмәт ултырышында ҡабул ителгән. Уның тураһында республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.
“Ҡапыл өҫтөбөҙгә килеп төшкән ковидҡа бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү оҙайлы планлаштырыу тураһында оноторға кәрәк, тигәнде аңлатмай. Был бөтә тармаҡтарға ла ҡағыла – иҡтисад менән һаулыҡ һаҡлауҙан башлап торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән экологияға тиклем. Бөгөн ултырышта беҙ коллегалар менән халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә арналған алты йыллыҡ программа ҡабул иттек.
Программаны айырым-айырым яҙып тормайым, сөнки ул бик ҙур. Ул бөтә нимәгә лә ҡағыла. Тәү сиратта, яңы эш урындары булдырыуға арналған бүлек – мәшғүллекте тәьмин итеүҙә был иң мөһиме. Бынан тыш, йәштәр тураһында ла, республикаға ситтәге ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыу, инвалидтар өсөн уңайлы эш шарттары булдырыу, кәрәкле һөнәрҙәргә уҡытыу үҙәге асыу ҙа бар. Бөтәһе был маҡсатта республика һәм федераль бюджеттарҙан 7,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Мин деталдәрен яҙып тормайым, сөнки программа тулыһынса сайтта баҫыласаҡ, һәм кем ҡыҙыҡһына, шул уҡый аласаҡ. Әле ябай ғына фекер еткергем килә. Ковид һәм уға бәйле иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамай беҙ төп маҡсаттарыбыҙҙан ситләшмәйбеҙ. Стратегик пландарҙан баш тартырға нигеҙ юҡ, беҙ уларҙы иғтибар үҙәгендә тотабыҙ һәм был йүнәлештә хәрәкәт итәбеҙ. Эйе, беҙ теләгәнсә тиҙ түгел. Тик нисек булһа ла туҡтамайбыҙ. Һәм Башҡортостан халҡы беҙ вәғәҙә иткәнсә, мотлаҡ рәүештә илдең иң уңайлы төбәгендә йәшәйәсәк”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.
Читайте нас